Өфөлә барған республика ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтарының семинарында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығы начальнигы урынбаҫары Марат Латипов янғын хәүефһеҙлеге һәм уны тәьмин итеү өлкәһендә урындағы идара органдары вәкәләттәре, шулай уҡ торама пункттарҙы янғын хәүефһеҙлегенең беренсел саралары менән тәьмин итеү хаҡында һөйләне.
Уҙған йылда Башҡортостан Республикаһында 4825 янғын күҙәтелгән, һөҙөмтәлә 358 кеше һәләк булған, шуларҙың 18-е балалар. Янғында йәрәхәтләнгән кешеләр һаны 354-кә еткән, матди зыян күләме 433527 һум менән иҫәпләнә.
Янғындарҙың һәм кеше үлеменең төп өлөшө шәхси секторға тура килә. Янғындың төп сәбәпселәре – ут менән һаҡһыҙ эш итеү, электр ҡорамалдарының төҙөк булмауы, яуыз ниәт менән ут төртөү. Янғын хәүефһеҙлеген тейешле кимәлдә тәьмин итеү һәм янғындан күрелгән зыянды минималләштереүҙе Башҡортостан Республикаһының тотороҡло социаль-иҡтисади үҫешенең мөһим факторы, тип билдәләне Марат Латипов.
«Урындағы үҙидара огандарының янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса күрелгән сараларын анализлау янғын урындарын билдәләү һәм һүндереүгә кәрәкле көстәрҙе һәм әмәлдәрҙе координациялауҙың тейешле кимәлдә ҡуйылмауын асыҡланы. Алып барылған эштәр янғын менән бәйле төп хәүеф-хәтәр күрһәткестәренең тотороҡло кәмеүенә булышлыҡ итмәй», — тине ул.
Бындай саралар өсөн урындағы үҙидара органдары яуаплы булыуын иҫкә төшөрҙө Марат Латипов хакимиәт башлыҡтарына.
Ул, шулай уҡ, янғынға ҡаршы пропаганданың һәм янғын хәүефһеҙлеге нигеҙҙәренә өйрәтеүҙең янғынды һәм кеше үлемен профилактикалауҙың бер формаһы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Ведомство башлығы муниципалитет башлыҡтары иғтибарын республиканың белем биреү учреждениеларында янғын хәүефһеҙлеге мәсьәләләренә йүнәлтте.
«Был объекттарҙы йыл һайын тикшереп торабыҙ, етәкселәренә янғын күҙәтеү органы күрһәтмәләрен тапшырабыҙ. Әммә үтәлгән саралар проценты 55-тән үтмәй, күпселек осраҡта бының өсөн әллә ни ҙур финанс сығымдар ҙа талап ителмәй бит», — тине Марат Рәис улы.
Мәҫәлән, республикалағы 4587 мәғариф учреждениеһының 2767-һендә автоматлаштырылған янғын сигнализацияһы юҡ, был дөйөм иҫәптең 60,6 проценты. Әлеге көндә республика мәғариф учреждениеларын янғын хәүефһеҙлеге талаптарына яуап бирерлек хәлгә еткерер өсөн 1,5 миллиардтан ашыу аҡса кәрәк.
«Беҙҙең алда торған мәсьәләләрҙең ауырлығы урындағы үҙидара менән дәүләт янғын күҙәтеү органдарының берҙәм эшләүен талап итә, — тине ул. — Янғынды профилактикалау республикала янғын күҙәтеү органдары ҡулынан ғына килерлек эш түгел, мотлаҡ үҙегеҙҙең, киң мәғлүмәт сараларының һәм йәмәғәт ойошмаларының ҡатнашыуы кәрәк».