Республиканың муниципаль райондары һәм ҡала округтары хакимиәт башлыҡтары семинарында БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев ҡатнашты. Түбәндә уның сығышы тексын тәҡдим итәбеҙ.
"2009 йылда Башҡортостан Республикаһы илдең башҡа төбәктәре иҫәбендә бөтә донъя финанс-иҡтисади көрсөгө эҙемтәләренең етди йоғонтоһон кисерҙе.
Тупланған иҡтисади потенциал, иҡтисадты киңәйтеү һәм яңыртыу буйынса элекке структура үҙгәртеп ҡороуҙары, шулай уҡ ваҡытында күрелгән көрсөккә ҡаршы саралар көрсөк күренештәре йоғонтоһо эҙемтәләрен һиҙелерлек йомшартырға һәм 2009 йыл аҙағына ыңғай үҫеш алырға мәмкинлек бирҙе.
Яҡынса баһалауҙар буйынса, 2009 йылдың декабрендә сәнәғәт производствоһы индексы 107,7 процент тәшкил итте – был йыл башынан алып иң юғары һөҙөмтә. Хәтерегеҙгә төшөрәм, беренсе кварталда сәнәғәт производствоһы индексының уртаса айлыҡ кимәле — 87,9%, икенсе һәм өсөнсө кварталдарҙа 94,1 процент тәшкил иткәйне. Дөйөм алғанда, 2009 йылда сәнәғәт производствоһы индексы кәмендә 96,4 процент тәшкил итәсәк.
Ойошмаларҙың әйләнеше 1,4 триллион һум кимәленән ашып китәсәк, был уҙған йыл кимәленең 80 процентынан ашыуыраҡ. Үҙебеҙҙә етештерелгән тауарҙарҙы тейәп оҙатыуҙар, барлыҡ предприятиеларҙа иҡтисади эшмәкәрлектең бөтә төрҙәре буйынса үҙ көстәребеҙ менән башҡарылған эштәр һәм хеҙмәтләндереүҙәр күләме 880 миллард һумдан ашыуыраҡ, был уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 87 процент кимәленә тап килә.
Инвестициялау күләмдәренә һәм шарттарына ныҡ бәйле булған төҙөлөш өлкәһендә уҙған осорҙа башҡарылған эштәр күләме 20 проценттан ашыуға кәмене. Ҡатмарлы хәлдәргә ҡарамаҫтан, 2009 йылда 2352 мең квадрат метр дөйөм майҙан менән торлаҡ сафҡа индерелде, был 2008 кимәленә ҡарата 100 процент.
2009 йылдың 11 айында республика муниципаль райондары һәм ҡала округтары предприятиелары һәм ойошмаларының сальдо финанс һөҙөмтәһе 40 млрд. һумдан ашыу тәшкил итте, бында предприятиеларҙың алған килеме – 54,3 млрд. һум, зыян – 13,6 млрд. һум.
Ғинуар-ноябрҙә зыянлы эшләүсе ҙур һәм уртаса предприятиелар һәм ойошмалар өлөшө 19,8% (1183 предприятиенан 234-е) тәшкил итте, 2008 йылдың ғинуар-октябрендә 12,1% ине.
Билдәләнгән осорҙа 42 муниципаль районда һәм 5 ҡала округында ыңғай сальдо финанс һөҙөмтәһенә өлгәшелде.
2008 йылдың 1 ноябренә теркәлгән эшһеҙлек кимәле менән сағыштырғанда, Дүртөйлө, Илеш, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Салауат, Стәрлебаш, Саҡмағош муниципаль райондары һәм Сибай ҡалаһы ҡала округынан тыш, республиканың күп муниципаль берәмектәрендә күрһәткестең артыуы билдәләнә.
Иң юғары эшһеҙлек кимәле Ағиҙел ҡалаһы ҡала округында (7,69%), Межгорьела (4,78%) һәм Балаҡатай муниципаль районында (4,07%) теркәлгән. Иң кәм эшһеҙлек кимәле Йәрмәкәй, Ауырғазы, Миәкә, Дүртөйлө, Туймазы муниципаль райондарында билдәләнә. Һәм был хәл осраҡлы түгел. Халыҡты эш менән тәьмин итеү кимәле, күреүебеҙсә, производствоның торошо менән билдәләнә.
Республика Хөкүмәте тарафынан Комплекслы көрсөккә ҡаршы саралар программаһы тормошҡа ашырыла, уның бүлектәренең береһе моноструктуралы иҡтисад менән биләмәләр проблемаһын хәл итеүгә йүнәлтелгән.
Инвестициялар өлкәһендәге хәлгә килгәндә, 2009 йылда яңы производстволарға инвестициялар күләме республика буйынса 47,4 млрд. һум тәшкил итте, был 6 меңдән ашыу яңы эш урыны булдырырға булышлыҡ итте.
Башҡортостан Республикаһының 2020 йылға тиклем социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһында иҡтисадтың реаль секторын һәм социаль өлкәне үҫтереүҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәре билдәләнгән. Улар араһында иң мөһимдәре: һөҙөмтәлелекте һәм конкуренцияға һәләтлелекте күтәреүгә йүнәлтелгән иҡтисадты модернизациялау, яңы технологияларҙы үҫтереүҙе стимуллаштырыу, граждандарҙың тормош шарттарын һәм социаль мөхит сифатын яҡшыртыу һәм башҡалар.
Химия һәм нефтехимия, агросәнәғәт комплексы, машиналар эшләү һәм металл эшкәртеү, төҙөлөш кеүек иҡтисад тармаҡтары республиканың конкурентлы өҫтөнлөктәрен артабан үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк. Өфөлә һәм Салауат ҡалаһында тупланған нефть продукттары производствоһы республика иҡтисадында алдынғылыҡты һаҡлай.
Республиканың эшкәртеүсе производстволары тейәп оҙатҡан продукцияның дөйөм күләменән 15 проценты химия производствоһына тура килә. Эшмәкәрлектең был төрө Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Благовещен, Ишембай, Мәләүез һәм Туймазы ҡалаларында урынлашҡан егерменән ашыу ҙур һәм уртаса предприятиены берләштерә. Химия комплексын үҫтереүҙең төп маҡсатлы йүнәлеше булып эске һым тышҡы баҙарҙарҙа тармаҡтың фәнни-техник ҡеүәтенә таянған, конкуренцияға һәләтле позицияларҙы нығытыу тора.
Дәүләт сәйәсәтенең сираттағы йүнәлеше – агросәнәғәт комплексы. Аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте предприятиеларының матди-техник базаһы ауыл хужалығы сеймалы ресурстарын ваҡытында эшкәртеүҙе тәьмин итеү һәм халыҡтың төп аҙыҡ-түлек төрҙәренә талабын ҡәнәғәтләндереү генә түгел, республиканан ситкә продукция сығарырға ла мөмкинлек биреүен аңларға тейешбеҙ.
Төҙөлөш тармағы иҡтисад тармаҡтарының төп фондтарын булдырыу, уңайлы торлаҡ һәм мәҙәни-көнкүреш шарттарын тәьмин итеү өсөн билдәле бер әһәмиәткә эйә. Көрсөккә ҡаршы сара сифатында “Башҡортостан Республикаһында “Үҙ йортом” аҙ ҡатлы торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү” республика маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыу башланды.
2009 йылда өс төҙөлөш майҙансығы үҙләштерелде: былар Шамонин, Жуков һәм Доронин ауылдары. 2010 йылда Йоматау, Зубово һәм Мармылево ҡасабалары эргәһендә төҙөлөш эштәре башларға планлаштырылды.
Иҡтисадыбыҙҙың конкуренцияға һәләтлелеген күтәреүҙең етди резервы булып энергияны һаҡлау тора. Республика Хөкүмәтенең 2008 йылдың 26 декабрендәге 464-се ҡарары менән “2008-2012 йылдарға энергияны һаҡлау” комплекслы программаһы хупланды. Уның төп маҡсаты – энергетика ресурстарын рационель файҙаланыу һәм иҡтисадты энергияны һаҡлаусы үҫеш юлына күсереү иҫәбенә иҡтисадтың тотороҡло һәм һөҙөмтәле эшләүен тәьмин итеү.
Энергияны һаҡлау һәм энергетик һөҙөмтәлелекте күтәреү күрһәткестәре Рәсәй Федерацияһы субъекттары башҡарма власть органдары эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген баһалау күрһәткестәре составында раҫланасаҡ.
Һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2009 йылдың 31 декабрендәге 518-се бойороғо менән муниципаль берәмектәрҙең эшмәкәрлеге һөҙөмтәлелеген баһалау күрһәткестәренә тейешле үҙгәрештәр индерелде. Республикала Рәсәй Федерацияһы Президентының 2008 йылдың 28 апрелендәге «Ҡала округтары һәм муниципаль райондары урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлеге һөҙөмтәлелеген баһалау тураһында»ғы Указы эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашырыла. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2009 йылдың 7 апрелендәге 135-се ҡарарына ярашлы муниципаль райондар һәм ҡала округтары, квартал һайын урындағы үҙидара органдарының эшмәкәрлек һөҙөмтәлелеге күрһәткестәре буйынса өлгәшкән дәрәжәләренә ҡарап, урындарға бүленә.
2009 йылда 2003 йылдың 6 октябрендәге №131-ФЗ «Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидараны ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында» Федераль закон тулы көскә инде.
Социаль-иҡтисади үҫештең юғары темптарын тәьмин итеү өсөн биләмәләрҙең комплекслы социаль-иҡтисади үҫеш программаларын әҙерләү һәм уны тормошҡа ашырыу, булған хеҙмәт, производство, тәбиғи-сеймал рекреацион потенциалдарын һөҙөмтәле файҙаланыу талап ителә, сөнки әлеге программалар 2010 йылда ғәмәлдән сығасаҡ.
Агросәнәғәт секторында саралар ауыл хужалығы тауар етештереүселәрен финанс сәләмәтләндереүгә, шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙы ла индереп, хужалыҡ итеүҙең төрлө формаларын үҫтереүгә, ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү һәм ауыл ерендә йәшәү шарттарын яҡшыртыу, тармаҡты кадрҙар һәм мәғлүмәти тәьмин итеү, ауыл хужалығының өҫтөнлөклө тармаҡтарын, иң элек малсылыҡты йылдам үҫтереү иҫәбенә аҙыҡ-түлек именлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелергә тейеш. Республика Хөкүмәте шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙы үҫтереүгә айырыуса ҙур иғтибар бтрә. Ауыл хужалығы продукцияһы етештереү күләменең 60 проценты улар өлөшөнә тура килә. Картуф һәм йөндөң 94 проценттан ашыуы , балдың — 85%, йәшелсәләрҙең — 73% , мал һәм ҡош-ҡорттоң — 71% , һөттөң 69 проценты шәхси хужалыҡтарҙа етештерелә.
Инвестицион-төҙөлөш эшмәкәрлеген үҫтереү шарттары булып инвестицион ресурстарҙы рациональ файҙаланыу нигеҙендә капиталь төҙөлөш һөҙөмтәлелеген күтәреү, уларҙы төҙөлгән объекттарҙың юғары рентабеллелеге менән бер рәттән иң яҡшы социаль һөҙөмтәләр алырға булышлыҡ итеүсе программаларға һәм проекттарға йүнәлтеү тора. Бында беренсе сираттағы саралар төҙөлөш ойошмаларын, төҙөлөш материалдары сәнәғәте предприятиеларын һәм проект-эҙләү ойошмаларын финанс сәләмәтләндереүгә йүнәлтелергә тейеш.
Финанс мөмкинлектәр етешмәгән шарттарҙа предприятиеларҙың булған потенциалын мөмкин тиклем тулыраҡ файҙаланыу, бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә йүнәлеш тотоу, халыҡты эш менән тәьмин итеүҙе һәм уның социаль яҡланғанлығын күтәреү айырыуса мөһим.
Муниципаль берәмектәр иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең база кимәле булып тора. Тап ҡала һәм район, тораҡ пункттары хакимиәттәре тәғәйен кешеләр, предприятиелар етәкселәре һәм хеҙмәт коллективтары менән эшләй. Республиканың артабанғы тотороҡло социаль-иҡтисади үҫеше дәүләт һәм муниципаль власть органдарының, йәғни һеҙҙең менән беҙҙең көйлө, һөҙөмтәле эшебеҙгә бәйле булыуын аңлайһығыҙҙыр, тип ышанам”.