Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Республикаһының муниципаль райондары һәм ҡала округтары хакимиәт башлыҡтарының “Башҡортостан Республикаһын артабан үҫтереү факторы булараҡ һөҙөмтәле урындағы үҙидара” семинары эшләй башланы.
Форумда доклад менән Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов сығыш яһаны.
"Хөрмәтле семинарҙа ҡатнашыусылар!
Беҙ һеҙҙең менән 2010 йылдың башында үҙебеҙҙең традицион семинарға йыйылдыҡ. Һәм был – беҙҙең берлектәге эшебеҙҙә етди, мөһим момент.
Быйылғы йыл көрсөк күренештәрен еңеүҙә һәм артабанғы социаль-иҡтисади үҫеш өсөн нигеҙҙәр булдырыуҙа һынылыш йылы булырға тейеш. Ул беҙҙә Республика йылы тип иғлан ителде, йәғни ике тиҫтә үҙгәрештәр йылы осоронда үткән юлыбыҙҙы, шулай уҡ артабанғы үҫеш стратегиябыҙҙы барлау мөмкинлеге бирелде.
Ярайһы уҡ ҡатмарлы, әммә уңышлы, көсөргәнешле ижад йылдары артта ҡалды. Беҙ һөҙөмтәле идара итеү системаһы, маҡсатҡа йүнәлешле дәүләт сәйәсәте арҡаһында күп нәмәгә өлгәшә алдыҡ. Власть вертикален, урындағы үҙидараны камиллаштырыу формалары эшләнде. Кадрҙар сәйәсәтенә ҙур иғтибар бирелә, күптән түгел беҙ быны Президент Советында ентекле тикшерҙек. Ҡалаларҙа һәм райондарҙа кадрҙарға иғтибар беҙҙең идара итеү стратегияһында иң мөһим звено булып торҙо, тип әйтергә мөмкин.
Беҙҙә йыл һайын күсмә август педсоветтары, һаулыҡ һаҡлау буйынса республика Советының күсмә ултырыштарын үткәреү традицияға инде. Һөҙөмтәлә мәктәптәребеҙҙең, дауалау учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыуға өлгәштек. Шулай уҡ хакимиәт башлыҡтарының күсмә семинарҙарын үткәреү ҙә республикабыҙҙың бөтә биләмәһен солғап ала бара. Етәкселәребеҙ республиканың бөтә иҡтисади зоналары менән эҙмә-эҙ таныша алды.
Автомобиль юлдары селтәре райондың уңышлы эшен һәм тотороҡло үҫешен күрһәтеүсе мөһим элементтарҙың береһе булып тора. Ул иҡтисадты тотороҡландырыуға һәм күтәреүгә, халыҡтың тормош кимәлен яҡшыртыуға, хеҙмәт, тәбиғәт, производство һәм инвестиция ресурстарын һөҙөмтәле файҙаланыуға ҙур йоғонто яһай.
Автомобиль юлдары селтәренең айырым участкалары насар булыуы – был район иҡтисады үҫешен тотҡарлаусы фактор. Бында көндәлек иғтибар кәрәк. Дөйөм файҙаланыуҙағы автомобиль юлдары селтәрен яңыртыуға, реконструкциялауға, техник хеҙмәтләндереүгә, шулай уҡ һаҡлау һәм үҫтереүгә бюджеттан аҡса бүлеүҙе алдан планлаштырырға кәрәк.
Муниципаль берәмектәрҙең көнкүреш һәм сәнәғәт ҡалдыҡтарын йыйыу, сығарыу, утилләштереү һәм эшкәртеү кеүек урындағы әһәмиәттәге мәсьәләһен хәл иткәндә проблемалар килеп тыуа. Был өлкәлә законлылыҡты яҡшыртыу маҡсатында дәүләт контроллек итеү органдарының һөҙөмтәле эшләүен, урындағы үҙидара органдарының был өлкәләге үҙ бурыстарын мотлаҡ үтәүен тәьмин итеү мәсьәләләрен хәл итергә кәрәк.
Ярашлы коммуналь хеҙмәттәр, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу өсөн контейнерҙар һәм был сүп-сарҙы сығарыу өсөн махсус транспорт булмауы кеүек проблемалар ҙа борсолоу тыуҙыра. Ҡайһы бер тораҡ пункттары араһында ҡалдыҡтарҙы сығарып түгеү һәм һаҡлау урындарының билдәһеҙлеге лә һаҡлана. Эҙемтә булараҡ, санкцияланмаған сүп-сар түгеү урындары күбәйә, экологик шарттар насарая.
Бөгөн иң мөһиме, урындағы үҙидараның ныҡлы иҡтисадҡа, заманса үҫешкән производствоға таяныуы. Урындарҙа ерҙе һәм милекте уйлап файҙаланырға, һалым һалыу базаһын нығытырға, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ысынлап ярҙам итергә кәрәк. Юҡһа, эшҡыуарҙарға рөхсәт алыу өсөн меңәрләгән яһалма ҡаршылыҡтарҙы йырып сығырға тура килә, ә быға барыһының да сабырлығы етмәй һәм үҙ эшен башлауға өлгәшә алмай. Был өлкәлә беҙҙең юғалтыуҙарыбыҙ ҙур.
Муниципалитеттарҙың бурысы – эшҡыуарҙарҙы намыҫһыҙ конкуренциянан ҡурсалау, монополизм тураһында закондарҙы күҙәтеүҙе ҡәтғи талап итеү. Эшҡыуарҙарҙың инициативаһын был өлкә өсөн өҫтөн булған эшмәкәрлек өлкәләренә йүнәлтергә кәрәк.
Көрсөк күренештәре элеккесә эш итергә, оҙон-оҙаҡ һуҙылырға ярамауына ҡаты иҫкәртеү булды. Үҙебеҙгә бәйле булған бурыстарҙы аныҡ һәм йылдам, кешеләр мәнфәғәтендә хәл итергә кәрәк. Шуға күрә лә хакимиәт башлыҡтары даими уҡырға, үҙ аң даирәһен киңәйтергә тейеш.
Үҙгәртеп ҡороуҙар башланды ла инде. Дәүләт заказдары системаһы үҙгәрә, ҡайһы бер ҙур предприятиелар үҫтереүгә инвестиция ала. Структура, ойоштороу үҙгәрештәре ҡотолғоһоҙ.
Урындағы үҙидараны реформалаштырыуҙы мәғлүмәти тәьмин итеү һәм граждандарҙың урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлеге хаҡында хәбәрҙарлығы етерлек булмауын киҫкен проблемалар иҫәбенә индерергә кәрәк. Урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлеге һәр кемгә асыҡ булырға тейеш. Күп хеҙмәтләндереүҙәрҙе электрон формалар аша күрһәтергә кәрәк.
Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле булһа ҡайһы бер муниципаль берәмектәрҙең үҙ сайттары юҡ. Мәғлүмәт технологиялары кисекмәҫтән Рәсәй ауыл ысынбарлығына индерелергә тейеш. Шул саҡта ғына хәлде тиҙерәк һәм яҡшыраҡ баһаларға һәм дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә мөмкин.
Семинарҙар ойоштороп, беҙ һеҙҙең күрһәткестәрҙе һәм ҡаҙаныштарығыҙҙы тигеҙләргә, төбәктәр һәм ҡалаларҙың ҡыҙыҡлы башланғыстарын дөйөм ҡаҙаныш итеп яһарға ынтылабыҙ. Һәр биләмә дөйөм копилкаға ни ҙә булһа үҙенекен индерә, өлгө күрһәтә, өйрәтә һәм нимәгәлер өйрәнә ала.
Семинарҙарыбыҙ ысын мәғәнәһендә алдынғы тәжрибә мәктәбенә әүереләсәгенә ышанам. Башҡа файҙалы эш формалары кеүек үк, совет заманының был традицияһын тергеҙергә һәм һаҡларға кәрәк.
Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт”.