Республикала хеҙмәт баҙары ныҡлы контролдә тотола һәм сағыштырмаса тотороҡло һаҡлана. 2009 йылда хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнешлекте кәметеүгә йүнәлтелгән сараларҙы тормошҡа ашырыуҙың төп һөҙөмтәһен ошолай билдәләргә мөмкин.
Шулай ҙа, көрсөк тамамланмаған, һәм уның төп индикаторы – халыҡтың эш менән тәьмин ителеше – иҡтисадта элеккесә барыһы ла һәйбәт булмауы тураһында хәбәр итә. Тимәк, быйылғы йылда ла халыҡ мәшғүллегенә булышлыҡ итеү мөһим мәсьәлә булып ҡала. 2009 йылда был йүнәлештә алып барылған эштәр һөҙөмтәһе һәм 2010 йылға билдәләнгән бурыстар БР халыҡты эш менән тәьмин итеү комитетының координацион ултырышында тикшерелде. Уны комитет рәйесе – БР Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов алып барҙы.
- Ағымдағы йылдың көрсөккә ҡаршы эштәр системаһында халыҡ мәшғүллегенә ярҙам итеү механизмы һәм социаль программаларҙы тормошҡа ашырыуҙың нәтижәлелеген күтәреү өҫтөнлөклө булып ҡала, — тине Фидус Ямалетдинов.
Башҡарылған эштәрҙең күрһәткесе булып киләһе һандар тора. 2009 йылдың мартында 49,7 мең эшһеҙ кеше иҫәптә торһа, 2010 йылдың 1 ғинуарында был һан - 43,9 мең. Теркәлгән эшһеҙлек кимәле ошо ваҡыт арауығында 2,5-тән 2,1 процентҡа тиклем кәмегән. Хеҙмәт баҙарының көсөргәнешлек коэффициенты ла (бер эш урынына дәғүә итеүсе кешеләр иҫәбе) кәмеп, 5,2 урынына 2,1 процент кимәлендә тороп ҡалған. Ғинуарҙа эшһеҙлек буйынса түләнгән пособие 5635 һум күләменә еткән (урал коэффициентын да иҫәпкә алып).
Эшһеҙҙәргә социаль түләүҙәр өсөн республикаға федераль бюджеттан бүленгән субвенция күләме өсләтә артҡан: 2008 йылда был маҡсатта 503 миллион һум ҡулланылһа, 2009 йылда ул бер ярым миллиардҡа еткән. Дөйөм алғанда иһә, халыҡ мәшғүллегенә булышлыҡ итеү программаһын тормошҡа ашырыуға субвенциялар 1 миллиард 982 миллионға еткән.
2009 йылда хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнешлекте кәметеү буйынса өҫтәмә саралар, иң тәүҙә, эшен юғалтыу алдында торған эшселәргә ярҙам итеүгә йүнәлтелгәйне. Даими һәм ваҡытлыса эшкә 72 мең кеше урынлаштырылған, шуларҙың 70 проценты – тап ошо өҫтә билдәләнгән категорияға ҡараусылар.
— Ағымдағы йылда өҫтәмә саралар программаһын тормошҡа ашырыу өсөн 600 миллион һум бүленәсәк, - тине вице-премьер, - шул иҫәптән федераль бюджеттан – 561 миллион, 39 миллионы – республиканан.
Дәүләт әүҙем, үҙ эшен аса алырлыҡ отҡор йәштәргә ҙур өмөттәр бағлай. Республикала эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә булышлыҡ итеүсе шарттар булдырыла, һәйбәт, уңышлы эшләп китерлек бизнес-идеялар авторҙарына ҡулаҡса түләнә. Бындай практика уҙған йылда ла уңышлы ҡулланылды, киләсәктә лә дауам иттереләсәк.
— Эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген ойоштороуға 2009 йылда 1159 граждан 58,8 мең күләмендәге матди ярҙам алған, - ти Фидус Ямалетдинов. – Бынан тыш, йәнә 35 кеше, бизнес-план эшләп, уны яҡлағандан һуң, эшҡыуарлыҡ эшен асыуға 100-әр мең аҡса алған. Әммә өлгәшелгәндәр менән ҡәнәғәтләнерлек түгел. Был республика өсөн түбән күрһәткес – уны бер башҡа арттырыу мөмкинлеге бар.
Йыл башынан тағы бер яңылыҡ индерелде. Эшһеҙҙәргә үҙ эшен асҡандан тыш, эш урындары булдырғаны өсөн аҡса түләнәсәк. Йәғни эш астың икән, 58,8 меңлек матди ярҙам ал, тағы бер эшһеҙҙе эшле итһәң, тағы ла шул сама аҡсаға хоҡуғың менән ҡуллан. Иң мөһиме – эш урындары иҫәбе сикләнмәй, һәр береһе өсөн тейешле кимәлдә матди ярҙам биреләсәк. Был граждандарҙың бары халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәктәрендә эшһеҙ булараҡ рәсми теркәлгән булыуы шарт.
Белгестәр иҫәбе буйынса, бындай финанс ярҙам сараһын ҡулланыу үҙ сиратында 3,3 меңгә тиклем кешене эшкә урынлаштырырға ярҙам итәсәк. Координацион совет был мәғлүмәтте халыҡҡа еткереү һәм урындарҙа аңлатыу эштәре алып барыу тураһындағы үтенес менән урындағы үҙидараға һәм мәшғүллек үҙәге етәкселәренә мөрәжәғәт итте. Ҡағиҙә булараҡ, потециаль эшҡыуарҙарҙы эҙләп табыуы ҡыйын. Йылдар буйы эшһеҙлек буйынса иҫәптә торған, әүҙемлек күрһәтмәгәндәр араһынан уларҙы табып та булмай. Иң яҡшыһы иғтибарҙы йәштәргә, бигерәк тә кисәге һөнәри белем биреү учреждениеларын тамамлағандарға йүнәлтеү. Ләкин бында психологик ҡаршылыҡты йырып сығырға кәрәк. Субсидия алыу өсөн граждандарға эшһеҙлек буйынса иҫәптә тороу мөһим, күп осраҡта йәштәр был юлға бармай.
— Уҡыу йортон тамамлаусыны шефлыҡҡа алығыҙ, - ти Фидус Ямалетдинов. Уға эшһеҙ статусын биреп, бизнес-план төҙөүҙә һәм уны яҡлауҙа ярҙам итеү мөһим. Йәмғиәт кисәге студенттан тәжрибә һәм хеҙмәт стажы һорағанда, эшһеҙ булыуҙың бер ояты ла юҡ. Бизнес-инкубаторҙар менән тырышлыҡты берләштерергә кәрәк.
Инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыу һәм урта һөнәри белем биреү учреждениеларын тамалаусыларҙың стажировкаһын ултырышта халыҡты эш менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итеүсе сараларҙың мөһим йүнәлештәренең береһе тип билдәләнеләр. Эшкә яллаусыларға матди ярҙам күрһәтеү арҡаһында быйыл 204 инвалид эшкә урынлашыр тип көтөлә. Физик мөмкинлектәре сикле бындай гражданды эшкә урынлаштырыуға дәүләт 30 мең һум түләй.
Координацион комитет ағзалары халыҡ мәшғүллеге өлкәһендәге дәүләт сәйәсәте һөҙөмтәһен тикшереп, алып барылған эштәр нәтижәһен эшкә урынлашҡандар һәм эшһеҙҙәр һанына ҡарап баһаларға ҡарар итте. Йыл аҙағына эшһеҙҙәр һаны республикала 40,5 мең кешенән артырға тейеш түгел.