Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.25
-0.19
99.36
-0.21
87.04
-0.15
21+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
12 Ғинуар 2010, 17:37

Өфөлә халыҡ иҫәбен алыу эше менән 3,5 мең кеше шөғөлләнәсәк

Өфөлә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреү өсөн 3,5 мең иҫәпсе кәрәк буласаҡ. Был турала беҙгә мэриялағы оператив кәңәшмәлә ҡала хакимиәтенең дәүләт статистикаһы бүлеге начальнигы Валентин Сотниченко хәбәр итте.
- Халыҡ иҫәбен алыуҙың әһәмиәтен билдәләүе еңел түгел, - ти ул. – Был эш дәүләт тарихы, шулай уҡ дөйөм планета тарихы өсөн дә мөһим. Сөнки тап ошо арҡала аныҡ халыҡ иҫәбен, илебеҙҙәге халыҡтар составын, илдең иҡтисади һәм социаль характеристикаһын билдәләйбеҙ. Ә Ер йөҙө күләмендә - төрлө илдәрҙәге халыҡ иҫәбен алыу һандарын бергә туплау юлы менән Берләшкән милләттәр ойошмаһы дөйөм планета халҡы тураһында мәғлүмәт ала.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек Өфөлә 2008 йылда уҡ башланған. 2008 йылдың авгусында халыҡ иҫәбен алыу сараларын үткәреүгә әҙерлек алып барасаҡ махсус комиссия булдырылып, 2009 йылдың февралендә ҡалала иҫәп алыу мәсьәләләре буйынса вәкилдәрҙе һайлау һәм эшкә алыу эштәре үтте.
- Әҙерлек сараларында йорттар исемлеген төҙөү иң ҡатмарлыһы булды, - ти Валентин Сотниченко. – Аптырарға түгел. Ҡалала төҙөлөш йылдам бара, иҫке йорттар һүтелә, яңы микрорайондар төҙөлөп, унда кешеләр йәшәргә инә. Шуға ла, 2008 йылдан алып, Өфөлә торлаҡ йорттарҙың һәм унда йәшәүсе кешеләрҙең ысынбарлыҡтағы иҫәбе тураһында мәғлүмәт йыя башланыҡ.
Уҙған йылдың июль-август айҙарында алдан билдәле исемлектәр менән регистраторҙар ҡалалағы бар йорттарҙы ла йөрөп сыҡты. Параллель рәүештә улар Өфөнөң адрес хужалығындағы етешһеҙлектәрҙе яҙып алды. Тәү ҡарауға ваҡ күренгән был эш һөҙөмтәһендә ҡала подъездарында 6100 күрһәткесте, йорттар һанын күрһәтеүсе 2147 таҡтаны һәм урам исеме менән 2868 күрһәткесте алмаштырыу талап ителеүе асыҡланды.
Һәр ҡалала халыҡ иҫәбен алыуҙың үҙенә күрә үҙенсәлеге, айырылып торған яғы бар. Өфө өсөн был, тәү сиратта, биләмә ҙурлығы һәм ҡала составында 24 ауылдың һәм коттедж ҡасабаларының булыуы. Өфөлә кеше фатирында ваҡытлыса йәшәүселәрҙең күплеге лә билдәле ҡыйынлыҡ тыуҙыра. Уларҙың күбеһе студенттар һәм эш эҙләп килеүселәр. Икенсе урында теркәлгән булһалар ҙа, ысынында улар ҙа даими Өфөлә йәшәүселәр.
- Яҡын арала иҫәпселәрҙе һайлап алыу һәм уҡытыу буйынса ҙур эштәр башлана, - ти Валентин Сотниченко. – 2010 йылдың 1 авгусына ҡәҙәр иҫәп алыу участкаларының мөдирҙәрен билдәләү, ә 1 сентябргә тиклем инструктор-контролер менән иҫәпселәрҙе һайлау эше тамамланырға тейеш. Иҫәптең тулылығы һәм аныҡлығы был кешеләрҙең әҙерлек дәрәжәһенә бәйле.
Иҫәпселәрҙең төп өлөшө ҡаланың юғары һәм урта һөнәри белем биреү йорттары студенттарынан торасаҡ. Иҫәп алыу участкалары менән Өфөнөң юғары уҡыу йорттары педагогтары һәм райондың активы етәкселек итәсәк.
- Халыҡ иҫәбен алыуҙың уңышы халыҡ араһында алып барыласаҡ аңлатыу эштәренә бәйле, - тип иҫәпләй Валентин Сотников. – Иң элек был сараны үткәреүгә әҙерлекте киң мәғлүмәт сараларында яҡтыртыу мөһим. Һәр Өфө гражданы әүҙемлек күрһәтһен, халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашһын. Милләттәр мәнфәғәтен дә оноторға ярамай. Шул сәбәпле, аңлатыу эштәре төрлө телдә алып барылырға тейеш.
Автор:Евгений Рәхимҡолов
Читайте нас: