Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.87
0
104.74
0
79.54
+1.49
10+ °C
Ямғыр
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
11 Ғинуар 2010, 15:49
Екатерина Лахова БР Ҡатын-ҡыҙҙар союзы эшмәкәрлеген юғары баһаланы
Яңы йыл каникулдарында “Янғантау” шифаханаһында ял иткән Дәүләт Думаһының Хеҙмәт һәм социаль сәйәсәт буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары, Рәсәй Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Екатерина Лахова Өфөлә Ҡатын-ҡыҙҙар союзы Президиумы ултырышында ҡатнашты.
Башҡортостандың төп ҡатын-ҡыҙҙар йәмәғәт ойошмаһы активы менән осрашыуҙа Екатерина Лахова “Янғантау” шифаханаһына, шулай уҡ республиканың дөйөм санатор-курорт системаһына юғары баһа бирҙе. Ул Думалағы үҙ коллегаларын Башҡортостандың был өлкәләге тәжрибәһе менән таныштырырға кәрәк тип иҫәпләй. Екатерина Лахова "Янғантау"шифаханаһы базаһында Дәүләт Думаһының Хеҙмәт һәм социаль сәйәсәт буйынса комитетының күсмә ултырышын үткәрергә ниәтләүен белдерҙе.
Рәсәй Ҡатын-ҡыҙҙар союзы лидеры башлыса ҡатын-ҡыҙҙар эшләгән Өфө трикотаж фабрикаһына барҙы, унда хеҙмәт шарттары, сығарылған продукция менән танышты. Екатерина Лахова быйыл йыл аҙағында Мәскәүҙә, Рәсәй Ҡатын-ҡыҙҙар союзында Өфө трикотаж фабрикаһының иң юғары халыҡ-ара стандарттарға яуап биргән һәм Рәсәйҙең һәр ҡатын-ҡыҙын биҙәй алған стилле һәм сифатлы продукцияһы менән таныштырыу үткәрергә тәҡдим итте. Предприятиела үткәрелгән ҡатын-ҡыҙҙар активы менән осрашыуҙа депутат үҙенең 19 йыллыҡ парламент эшмәкәрлеге тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда социаль сәйәсәт өҫтөнлөктәре, маҡсатҡа йүнәлешле гендер сәйәсәте үткәреү актуаллеге тураһында эшлекле һөйләшеү алып барылды.
Екатерина Лахова БР Ҡатын-ҡыҙҙар союзы эшмәкәрлеген, уның социаль әүҙемлеген һәм республиканың ижтимағи-сәйәси процестарына һәм социаль-иҡтисади үҫешенә ыңғай йоғонтоһон юғары баһаланы.
Автор:
Марина Шумилова
Теги:
йәмәғәт ойошмалары
Читайте нас: