Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.51
-0.79
98.91
-0.65
87.67
-0.23
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
25 Декабрь 2009, 09:39

Раил Сарбаев: бурыстарҙы бөтөрөү өсөн бөтә механизмдарҙы ҡулланырға кәрәк

БР Хөкүмәтендә үткән ведомство-ара координация советы ултырышында республикала эш хаҡы буйынса бурыс, ҡайһы бер предприятиелар етәкселәренең яуапһыҙлығы хаҡында ҡаты һөйләшеү булды. Уны БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев алып барҙы. Ҡайһы бер муниципаль берәмектәр хакимиәттәре башлыҡтары, бурыслы предприятиеларҙың директорҙары яуап тотто. Һуңғы арала бурыс күләме байтаҡ кәмегән, ләкин проблема көнүҙәк булыуҙан туҡтамай.
- Быйыл 1 ноябргә бурыстың дөйөм күләме 46 миллион 425 мең һум тәшкил итте, - тине Премьер-министр. - Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәтенең БР буйынса территориаль органы мәғлүмәттәренә ҡарағанда 21 декабргә 11 ойошма эш хаҡы буйынса 25 миллион 848 мең һумлыҡ бурысҡа эйә. Бурыстың яртыһы тиерлек - 47,8 проценты - Өфөгә тура килә. Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Павел Качкаев баш ҡалалағы хәлдәр хаҡында һөйләне. 11 декабргә эш хаҡы буйынса бурыс 18,8 миллион самаһы тәшкил иткән. Оператив мәғлүмәттәр буйынса, бөгөн ул 16,46 миллион һумға тиклем кәмегән. Киләһе йыл башына бурыстың тағы ла бер ни тиклем кәмеүе көтөлә: 16 миллион һум ҡаласаҡ. 2009 йыл башында бурыс күләменең ошондай уҡ кимәлдә, йәғни 16,57 миллион һум булыуын билдәләп үтергә кәрәк. Өфөлә 770 кеше эш хаҡы көтә.
Мәҫәлән, “Эре панелле йорттар төҙөлөшө” компанияһы 234 эшсеһенә аҡса түләмәгән. Был - 5,6 миллион һум. Етәкселек ҡала комиссиялары ултырыштарына бер тапҡыр ғына саҡырылмаған, ләкин саҡырыуҙар яуапһыҙ ҡалған. Июлдә Арбитраж суды ҡарары менән предприятиела тышҡы күҙәтеү индерелгән, ә 2 декабрҙә конкурс производствоһы ойошторолған. Мэр әйтеүенсә, компанияның милкен һатҡас, бурыстар ҡайтарыласаҡ. Әле конкурс массаһы билдәләнә.
Дөйөм алғанда, Өфө буйынса төҙөлөш тармағына 9 миллион һум самаһы бурыс тура килә. Ҡалған сумма эшкәртеүсе производстволар бурысын тәшкил итә.
Ә Октябрьский ҡалаһында эш хаҡы буйынса срогы сыҡҡан бурыс күләме - 5,88 миллион һум. Ул тотошлайы менән “Роснефтемаш” етештереү берекмәһе” ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенеке.
- Ойошмала хәл ҡатмарлы, - тине Октябрьский ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Молчанов. - Предприятие эшләмәй тиерлек. Бюджет һәм бюджеттан тыш фондтарға бурыстары бар.
- “Роснефтемаш” ҙур холдингка инә, - тип өҫтәне БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министры Юрий Пустовгаров. - Холдинг күп урында ҡыйынлыҡтарға тарыған, шуға ла хәлгә комплекслы ҡарарға кәрәк. Ғәмәлдә “Роснефтемаш”тың мөлкәте юҡ - барыһы ла икенсе юридик шәхестә арендала тора. Әгәр беҙ күмәкләп эш итмәһәк, проблема хәл ителмәйәсәк.
Октябрьский түбән вольтлы электр аппаратуралары заводы менән еңелерәк. Тиҙҙән бөтә мәсьәләләр хәл ителәсәк. 14 декабрҙә унда конкурс производствоһы индерелде. Федераль ҡануниәткә ярашлы, эшселәр алдындағы бөтә бурыс түләнәсәк.
Ведомство-ара совет Октябрьскийҙағы тағы ла бер предприятие - фарфор заводындағы хәлде тикшерҙе. Дөрөҫ, эш хаҡына бәйле түгел. Производство эшмәкәрлегенең финанс-иҡтисади күрһәткестәре хәүефле. Заводты ҡотҡарыуға республика властары ла ҡушылды. Төбәк бюджеты средстволары иҫәбенә ликвид булмаған активтар һатып алынды. Хәҙер килеп завод өсөн ошондай ҡатмарлы осорҙа генераль директорҙың үҙенә һәм яҡын кешеләренә күпләп премия яҙыуы асыҡлана.
- Был шаҡ ҡатырғыс хәл, уны тикшерергә кәрәк, - тине Юрий Пустовгаров. - Генераль директор Хөкүмәттән алған “шәп” заказды башҡарған өсөн үҙенә премия яҙа. Бер приказда - 120 мең һум, икенсеһендә - 50 мең, өсөнсөһөндә - тағы ла 50 мең һум. Шулай уҡ баш бухгалтер һәм генераль директор урынбаҫары ла премия алған. Уларҙы ҡыуырға кәрәк.
- Быны баш-баштаҡлыҡ тип кенә атарға мөмкин, - тип ризаһыҙлыҡ белдерҙе Премьер-министр. - Беҙ заводҡа ярҙам итеү өсөн һатып булмаған бөтә ликвидһыҙ активты алдыҡ. Һөҙөмтәлә, директорға, уның урынбаҫарына һәм баш бухгалтерға ярҙам иткәнбеҙ булып сыға.
Предприятиеларҙа бындай хәлдең сәбәптәренең береһе шунда: милекселәр һәм етәкселәр үҙҙәрендә профсоюз булдырыуҙы һәм коллектив договорҙар төҙөүҙе хупламай. БР Профсоюздар федерацияһы рәйесе Әмирхан Сәмерханов шулай тип иҫәпләй.
- Профсоюз булған ерҙә бурыс та юҡ тиерлек, - тине ул, - сөнки аҙна һайын беҙ мониторинг үткәрәбеҙ. Профсоюз да, коллектив договор ҙа кәрәкмәгән урында, Октябрьский фарфор заводындағы һәм “Салауатнефтеоргсинтез”дағы кеүек килеп сыға. Етәкселәр үҙҙәренә премия яҙа, ә коллектив был хаҡта белмәй ҙә. Улар тыныс, ә кешеләр ҡурҡа һәм нисек тә эш урынында ҡалыу хаҡында ғына уйлай.
- Кешеләрҙең дә түҙемлеге сикһеҙ түгел, - тине Премьер-министр. - Эшселәр 12 меңгә лә, 14 меңгә лә риза. Өндәшһә, көнөндә үк эшһеҙ ҡаласаҡ. Икенсе урынға урынлашыу, юғарыраҡ эш хаҡы алыу, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бик ҡыйын. Предприятиеларҙа договорҙар һәм профсоюз ойошмалары булырға тейеш. Беҙгә ошо проблемаларҙы бергәләп хәл итергә кәрәк.
БР профсоюздар лидеры әйтеүенсә, 2008 йылда хеҙмәт бәхәстәре буйынса комиссиялар аша 450 миллион һум күләмендә түләнмәгән эш хаҡы бирелгән. Быйыл - 350 миллион һум самаһы. Әгәр мәжбүри саралар булмаһа, бөгөн эшселәргә срогы сыҡҡан бурыстың ниндәй күләмдә булыуы билдәһеҙ. Республикала коллектив договорҙар менән хәл бөгөн, ысынлап та, шәптән түгел.
- Был тәңгәлдә беҙҙә бюджет өлкәһе әүҙем эшләй, - тине Премьер-министр урынбаҫары, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Фидус Ямалетдинов. - Мәҫәлән, мәғариф хеҙмәткәрҙәренең 74 проценты менән коллектив договорҙар төҙөлгән. Иҡтисадтың реаль секторында - ни бары 30 процент.
Әйткәндәй, барлыҡ был мәсьәләләр “өҫтән” көйләнергә тейеш, тип иҫәпләй БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев:
- Кешеләргә ниндәй флаг аҫтында йәшәү мөһим түгел, улар эш хаҡы алырға, ғаиләһен ашатырға, кейендерергә һәм балаларын уҡытырға теләй, - тине ул. - Был - һеҙҙең һәм беҙҙең бурыс. Кешеләр эшләгәнен алырға тейеш. Әгәр беҙҙә административ ресурс етмәй икән, намыҫты эшкә егергә кәрәк. Кешеләр беҙҙән башҡа бер кемгә лә бара алмай.
- Проблемалар ҙур, етди, - тип өҫтәне Премьер. - “Башҡортостанстат” үҙҙәре аша үткән бурыс буйынса ғына отчет бирә һәм нормаларға ярашлы хужалыҡ алып барған субъекттар буйынса ғына һүҙ йөрөтә. Ләкин суд приставтары хеҙмәте аша үткән бурыс тиҫтәләрсә тапҡыр күберәк. Бурысты түләтеү менән тығыҙ шөғөлләнергә һәм бының өсөн бөтә механизмдарҙы йәлеп итергә кәрәк.
Автор:Эльвира Латипова
Читайте нас: