Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
89.82
+0.12
99.72
+0.52
71.06
-1.63
10+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
21 Декабрь 2009, 15:36

Республикала кандидаттар күрһәтеү башланды

Башҡортостанда киләһе йылдың 14 мартында үтәсәк һайлауға депутатлыҡҡа кандидаттар күрһәтеү башланды.
Башҡортостан Республикаһында берҙәм тауыш биреү көнөндә өс бер мандатлы һайлау округы буйынса БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға өҫтәмә депутаттар һайлау һәм 72 округ буйынса урындағы үҙидара вәкәләтле органдары депутаттарын өҫтәмә һайлау үтәсәк.
БР Үҙәк һайлау комиссияһынан хәбәр итеүҙәренсә, 21 декабргә муниципаль кимәлдә 10 кандидат күрһәтелде: уларҙың етәүһе – “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһынан, өсәүһе – үҙҙәрен үҙҙәре күрһәтеүселәр. Дүрт кандидат теркәү процедураһын үтте.
Автор:Марина Шумилова
Читайте нас: