06:54 (UTC+5), 11 Декабря 2009

Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районында Абдулҡадир Инандың тыуыуына 120 йыл тулыуына арналған конференция

Марина Шумилова
Бөгөн Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районы административ үҙәге — Ҡоншаҡ ауылында билдәле ғалим-төркиәтсе Абдулҡадир Инандың (1889-1976) тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған конференция асыла.
Уны Ҡоншаҡ районы хакимиәте, «ФАТИХА» Силәбе ҡала ижтимағи ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте, Ҡоншаҡ һәм Сосновка райондарының Башҡорттар ҡоролтайҙары ойоштора.
Конференцияла ғалим-төркиәтселәр, уҡытыусылар, китапхана, мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре, студенттар ҡатнаша. Башҡортостандан был конференцияға Башҡорт дәүләт университеты ғалимдары – тарих фәндәре кандидаты Радик Баһауетдинов һәм филология фәндәре кандидаты Ғәйнислам Ибраһимов килде. Иртәгә, 12 декабрҙә, конференция Силәбелә дауам итәсәк.
Фәтхелҡадир Мостафа улы Сөләймәнов (Абдулҡадир Инан) 1889 йылдың 12 декабрендә Шығай ауылында (хәҙер был Ҡоншаҡ районының Һары Күлмәк ауылы) тыуған. Абдулҡадир Инан – ғалим-төркиәтсе, яҙыусы, башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. "Рәсүлиә" мәҙрәсәһен тамамлаған. 1918 йылда "Башҡорт" гәзите мөхәррире була, 1920 йылдың апреленән – Башҡорт Автономиялы Совет Республикаһы Дәүләт нәшриәте коллегияһы ағзаһы. Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма комитеты һәм РСФСР Халыҡ Комиссариаты Советының 1920 йылдың 19 майындағы “Башҡорт Автономиялы Совет Республикаһының дәүләт ҡоролошо тураһында”ғы ҡарарына протест белдереү йөҙөнән үҙ вазифаһын ҡалдырап, Урта Азияға, һуңынан сит илгә сығып китә. 1925 йылдан Төркиәлә йәшәй. Тюркология институтында, 1933 – 44 йылдарҙа – Төркиә лингвистика йәмғиәтендә, 1955-61 йылдарҙа – Анкара университетында, 1964-71 йылдарҙа Төрөк мәҙәниәте институтында эшләй.
Абдулҡадир Инан үҙенең "Башҡорт моңо", "Аҡшан-батыр", "Моңло төн" тигән әҫәрҙәрендә башҡорт халҡының героик үткәненә дан йырлай. "Салауат батыр" тарихи драмаһы Башҡорт драма театры репертуарына ингән. Уның фәнни тикшеренеүҙәре төрки халыҡтарҙың тарихына, этнологияһына һәм тел ғилеменә, ислам диненә тиклемге инаныу проблемаларына һәм Урал-Волга буйында һәм Себерҙә ислам динен таратыуға арналған. Ул 300-гә яҡын ғилми эштәр авторы.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика