10:00 (UTC+5), 11 Декабря 2009

"Ҡиммәттәр системаһы" киң мәғлүмәт саралары фестивалендә “метрлы” каналдар яҙмышы ҡаралды

Евгений Рәхимҡолов
Бөгөн "Ҡиммәттәр системаһы" II Бөтә Рәсәй киң мәғлүмәт саралары фестиваленең “телевидение” секцияһында ҡатнашыусылар “метрлы” телеканалдарҙың артабанғы яҙмышы тураһында һөйләшеү алып барҙы.
Секция эшендә “ТВҮҙәк” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Ижтимағи-сәйәси программалар дирекцияһы директоры урынбаҫары Ольга Надточей, “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Юнир Аҙнабаев,”Башҡортостан” телерадиокампанияһы” дәүләт унитар предприятиеһы директоры урынбаҫары Ғәлим Яҡупов, шулай уҡ Мәскәү, Саранск, Пермь һәм башҡа ҡалалар телеканалдары вәкилдәре ҡатнашты.
– “Һунарсылыҡ һәм балыҡ тотоу”,“ Кулинария”, “Спорт” кеүек профилле каналдар балыҡҡа килеүе һәм Интернеттың әүҙем үҫеше менән эре телеканалдар ҡыйын хәлдә тороп ҡалды, тип иҫәпләй Ольга Надточей. – Улар үҙҙәренең аудиторияһының бер өлөшөн юғалтты. Мәҫәлән, “Беренсе каналдың” көндәлек зыяны 10-12 процент тәшкил итә.
Ольга Надточей фекеренсә, тамашасыларға тәҡдим ителгән мәғлүмәт продуктының сифаты ла яҡшыртыуҙы талап итә. Бөгөн журналистар социаль проблемалар һәм мәңгелек ҡиммәттәр темаһын аҙ яҡтырта. Был бер нисә сәбәп менән аңлатыла. Беренсенән, беҙҙең халыҡта публицистик программалар менән ҡыҙыҡһыныу юҡ. 90-сы йылдарҙа популяр булған сәйәси ток-шоуҙар ваҡыты уҙҙы, бөгөнгә тамашасыға күңел асыу тапшырыуҙары һәм донъяла, илдә ни барын белеү өсөн яңылыҡтар кәрәк.
Икенсе мәсьәлә - беҙҙең телевидениеның ике, дөрөҫөрәге, өс ут араһында булыуы. Беренсенән, телевидение финанстар йәһәтенән үҙен-үҙе аҡларға тейеш, икенсенән, ойоштороусылар мәнфәғәтен иҫәпкә алырға кәрәк, өсөнсөнән, журналистар үҙҙәренең төп бурыстарын – халыҡҡа дөрөҫөн һөйләргә тейешлеген – оноторға тейеш түгел.
– Һинең алдыңа – хужаға ярау, аҡса эшләү, алдашмау – ошо өс шарт ҡуйылғанда, эшләү ҡатмарлы,- ти Ольга Надточей. - Бындай шарттарҙа ижади яҡтан асылыу һәм мәңгелек ҡиммәттәр тураһында һөйләүе ҡыйын. Беҙгә эрерәк формат кәрәк, әммә әлегә ул табылмаған.
Телевидениела ижтимағи-сәйәси программаларҙың етешмәүе, күңел асыу тапшырыуҙарының күп булыуы бөгөнгө һанлы телеканалдарының аҙ бюджетлы булыуы менән дә аңлатыла. Эре проекттар булдырыу өсөн уларҙың аҡсаһы етешмәй. Аҡса булған осраҡта ла, бындай каналдар уларҙы проекттар асыуға һалмай, сөнки иҡтисади яҡтан был файҙалы түгел. Тамашасылар менән етди һөйләшеүҙе үҙенә бөгөн эре каналдар ғына рөхсәт итә ала.
1 из 6
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика