Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
96.06
+1.19
105.31
+0.56
79.41
-1.52
20+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
11 Декабрь 2009, 15:59

Елена Зелинская: “Уйҙырма персонаждарҙы ысынбарлыҡ геройҙары алмаштырырға тейеш”

-Беҙҙең өсөн медиа киңлекте “ҡауырһынлы кешеләрҙең” яулап алыуы нормаға әүерелде, - тине “Ҡиммәттәр ситемаһы” фестиваленең “Баҫма һәм Интернет киң мәғлүмәт саралары” секцияһын асып, РФ Йәмәғәт палатаһының Мәҙәни һәм рухи мираҫты һаҡлау буйынса комиссия рәйесе урынбаҫары, “МедиаСоюз” вице-президенты Елена Зелинская. - Шоу-бизнес вәкилдәре рәсәйлеләрҙең ысын тормошон күрһәтмәй.
Үҙенең сығышында ул Пермь фажиғәһе темаһына туҡталмай булдыра алманы. Фажиғә сәбәптәре тураһында һөйләгәндә ул яңы йәмғиәттә намыҫ тигән әхлаҡи ҡиммәттең булмауы мәсьәләһен күтәрҙе.
“Трибуна” гәзите мөхәррире Илья Медовой, үҙенең тарихын белмәгән йәмғиәттә әхлаҡи ҡиммәттәр тураһында һүҙ алып барыуы ҡыйын булыуын билдәләп үтте. Социаль тикшереүҙәр һөҙөмтәләре буйынса бөгөн рәсәйлеләр беренсе урынға ғаилә һәм динде сығара. Ләкин ысынында хәл бөтөнләй икенсе. Быны айырылышыуҙарҙың һаны һәм дин йорттарына халыҡтың бер генә проценты йөрөүе иҫбатлай.
Ҡиммәттәр тураһында һөйләшеүҙе “Культура” гәзитенең яңылыҡтар һәм йәмғиәт бүлеге мөхәррире Андрей Морозов дауам итте. Һуңғы 20 йыл эсендә журналистар, Көнбайыш матбуғат саралары шикелле тираж һәм популярлыҡ артынан ҡыуып, үҙҙәрен-үҙҙәре мөйөшкә ҡыуалап керетте.
- Беҙ материалдар өсөн геройҙарҙы үҙебеҙҙең эргәлә күрмәй башланыҡ һәм тормошта булмағандарын уйлап сығара башланыҡ. Ә бит беҙ ысын геройҙар, ысынбарлыҡ тураһында яҙырға тейешбеҙ. - тине Андрей Морозов.
Ул журналистарҙың ҡайҙа тема эҙләүҙәренә ишара итеп, Мышкино ҡалаһындағы һәйкәл тураһында һөйләне. Ике һуғышты үткән Иван Филлипович Орловтың фронттан яҙған хат юлдары ябай гранит ташында уйылып яҙылған. Биш бала атаһы, ул фронтҡа 1941 йылдың 3-сә сентябрендә китә һәм Сталинград эргәһендә һәләк була. Уның ғаиләһе аталары һуғыштан яҙған 40 хатты күҙ алмаһындай һаҡлай. Улар Тарихтың рухи документтары булып тора. Был хаттарҙы күҙ йәштәре түкмәй уҡымайынса булмай. “ Һинең похоронкаңды мин бер кемгә лә күрһәтмәйем, сөнки беләм, һин барыбер кире әйләнеп ҡайтасаҡһың…” Ошо хат юлдарын уҡып, күңелең аша үткәргәндән һуң, бөгөнгө ҡиммәттәр тураһында һүҙ алып барып буламы?
Секция кәңәшмәһендә йәш шәхестең формалашыуына интернеттың тәьҫире тураһында ла һөйләшелде. Журналистар фекеренсә, яңы ресурстарҙы йәштәр аңына мәңгелек ҡиммәттәр һеңдереү өсөн файҙаланырға кәрәк. Ә бының өсөн хәбәрселәрҙең үҙҙәренә профессиналь кимәлдәрен күтәреү зарур. Шул осраҡта мәҙәни ҡиммәттәр уйҙырманан ысынбарлыҡҡа әйләнәсәк.
Автор:Ғәлиә Нәбиева
Читайте нас: