16:17 (UTC+5), 10 Декабря 2009

“Мәғарифта ислам идеалдары һәм ҡиммәттәре” халыҡ-ара конференцияһы асылды

Евгений Рәхимҡолов | фото: Олег Яровиков
Башҡорт дәүләт филармонияһының Бәләкәй залында “Мәғарифта ислам идеалдары һәм ҡиммәттәре” Икенсе халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы асылды. Конференцияға илебеҙҙең төрлө төбәктәренән, Үзбәкстандан, Төркиәнән, Германиянан һәм Һиндостандан ғалимдар һәм мосолман руханиҙары вәкилдәре йыйылды.
Был сараның ойоштороусылары булып БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Дин эштәре буйынса совет, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты (БДПУ), Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының Рәсәй ислам университеты тора.
- Быйылғы конференцияны үткәреү урыны осраҡлы ғына һайланманы, - тине тәбрикләү һүҙендә БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Дин эштәре буйынса совет рәйесе Вячеслав Пятков. – Республикабыҙ баш ҡалаһы – Өфө XVIII быуаттан башлап рәсми рәүештә Рәсәй империяһының мосолман баш ҡалаһы тип танылды, һәм хәҙерге Рәсәйҙә лә шулай булып ҡала. Иғлан ителгән тема ла бик актуаль. Рәсәй Федерацияһы – Ислам донъяһы периферияһы түгел, ә уның айырылғыһыҙ өлөшө, миллионлаған мосолмандар йәшәгән ил булыуын күптән аңларға ваҡыт.
— Ил һәм республика етәкселеге бөгөн дини мәғариф системаһын үҫтереүҙең мөһимлеген аңлай, — тине М. Аҡмулла исемендәге БДПУ ректоры Раил Әсәҙуллин. – Ул үҫеп килеүсе быуынды тәрбиәләүгә туранан-тура йоғонто яһай.
— Бөгөнгө конференцияла күтәрелгән тема хәҙерге тиҙ үҙгәреүсән донъяла бик актуаль, — тип иҫәпләй БР мосолмандары диниә назараты рәйесе, мөфти Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин. – Беҙгә һуңғы ваҡытта илебеҙҙә ислам мәғарифын үҫтереү өсөн яңынан-яңы мөмкинлектәр барлыҡҡа килеүен күҙәтеү бик тә ҡыуаныслы. Башҡортостанда һәм тотош Рәсәйҙә ислам мәғарифының яңы программалары эшкәртелә, мосолмандарҙың Үҙәк диниә назаратының Рәсәй ислам университеты эшләп килә, ә беҙҙең Диниә назараты үҙ сиратында был йүнәлештә М. Аҡмулла исемендәге БДПУ менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә.
Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда мосолман мәғарифын тергеҙеү һәм башҡа конфессиялар вәкилдәренең рухи мираҫын яҡлау өсөн бик күп эшләнә. Мәҫәлән, бөгөн республикала 900-ләп мәсет, 200 сиркәү һәм башҡа конфессияларҙың 20-нән артыҡ ғибәҙәт йорто иҫәпләнә, ете дини үҙәк, 1360-тан ашыу төрлө дини берекмәләр эшләй. Был республикала йәшәүселәрҙең һәр береһе иркен үҙ динен тота алыуы хаҡында һөйләй.
— Һуңғы тиҫтә йылдар дауамында республикала тотороҡло дини хәл һаҡлана, — тип иҫәпләй Вячеслав Пятков. — Халыҡтарыбыҙ милләт-ара һәм конфессия-ара татыулыҡта йәшәй, ә ул йәмғиәтебеҙҙең һәм дәүләттең имен үҫеш нигеҙе булып тора.
Конференцияның эше өс көн дауам итәсәк. Уның сиктәрендә секция эше, шулай уҡ “Мәктәптә рухи мәҙәнилек нигеҙҙәре” һәм “Киң мәғлүмәт саралары һәм заманса ислам мәғарифы системаһы” темаларына түңәрәк өҫтәлдәр ҡаралған.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика