Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.41
-1.14
93.17
-1.2
81.31
-1.06
12+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
9 Декабрь 2009, 15:02

Бөгөн Рәсәйҙә – Ватан Геройҙары көнө

Бөгөн Рәсәй өсөнсө тапҡыр Ватан Геройҙары көнөн билдәләй. Был өр-яңы иҫтәлекле даталарҙың береһе календарҙа 2007 йылдың 28 февралендә, ул саҡтағы РФ Президенты Владимир Путин ярашлы федераль законға ҡул ҡуйғандан һуң, барлыҡҡа килде, һәм шул ваҡыттан алып “Рәсәйҙең Хәрби дан көндәре һәм иҫтәлекле даталары тураһында”ғы Федераль законда билдәләнә. Иҫтәлекле дата сифатында 9 декабрь шуның өсөн һайлана: тап ошо көндө (иҫке стиль буйынса 26 ноябрь) 340 йыл элек император Екатерина II Еңеүсе Изге Георгий орденын булдыра, уның менән яуҙа ҡаһарманлыҡ, батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ күрһәткән яугирҙарҙы наградлайҙар. 1917 йылға тиклем был көндө Рәсәйҙә Георгий кавалерҙары байрамы билдәләнә. Хәҙер 9 декабрҙә Советтар Союзы Геройҙарын, Рәсәй Геройҙарын, Изге Георгий ордены һәм Дан ордены кавалерҙарын хөрмәтләйҙәр.
Ватан Геройҙары көнө хәрби батырлыҡтар һәм Рәсәй армияһы Геройҙары тарихын берләштерергә, йыш ҡына үҙ ғүмерен фиҙа ҡылып, Тыуған иле хаҡына батырлыҡ яһаған кешеләр хаҡында хәтергә төшөрөргә тейеш.
Башҡортостан энциклопедияһында 305 Советтар Союзы Геройҙары һәм Рәсәй Геройҙарының, 37 Дан ордендарының тулы кавалерының исемдәре бирелгән, улар йә республика биләмәһендә тыуған, йә унда йәшәп киткән, йә демобилизацияланғандан һуң килеп төпләнгән.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн Башҡортостанда ике генә Советтар Союзы Геройы ҡалған – улар отставкалағы майор Тазетдин Баһауетдин улы Ғиләзетдинов һәм отставкалағы полковник Александр Степанович Пикунов. Икеһе лә Өфөлә йәшәй.
Автор:Николай Ермоленко
Читайте нас: