2010 йыл Башҡортостанда Республика йылы тип иғлан ителде.
Президент Советы ошондай ҡарар ҡабул итте, уның көн тәртибендә ике мәсьәлә ҡаралды – Башҡортостанда дәүләт кадрҙар сәйәсәтенең һөҙөмтәлелеген күтәреү һәм киләһе йылдың тематикаһын билдәләү.
— Киләһе, 2010 йыл ваҡиғаларға бай, — тине, Президент Советында сығыш яһап, БР Президенты ҡарамағындағы Дәүләт советнигы Сергей Лаврентьев. — Беҙгә бөтә планлаштырылған сараларҙы юғары кимәлдә үткәреү өсөн ең һыҙғанып эшләргә тура киләсәк. Беҙҙең йәмғиәттә баһалап бөткөһөҙ ҡиммәттәр бар, улар иҫәбенә Бөйөк Ватан һуғышында еңеү ҙә инә. Уның 65 йыллығы – ветерандар өсөн генә түгел, бөтә халҡыбыҙ өсөн дә ҙур байрам. Алда торған тантаналарҙың төп асылы шуға ҡайтып ҡала. Әгәр байрам итеүгә әҙерлек барышында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы тере ҡалған 12 мең кешегә һәм 90 мең тыл ветеранына ҡарата бөтә ҡабул иткән йөкләмәләрҙе бойомға ашыра алһаҡ ҡына ошондай һөҙөмтәгә өлгәшәсәкбеҙ.
Сергей Лаврентьев, федераль кимәлдә Рәсәй Президенты Указы менән киләһе йыл Уҡытыусылар йылы тип иғлан ителде, шуға күрә Башҡортостанда республикабыҙҙа Уҡытыусылар йылын үткәреү планын аныҡлаусы ярашлы документтар ҡабул итеү маҡсатҡа ярашлы буласаҡ, тип билдәләне. Был йүнәлештә тәүге аҙымдар яһалды ла инде, улар иҫәбендә – республика Уҡытыусылар форумын үткәреү тураһында ҡарар. Рәсәйҙә Франция йылын үткәреү ҙә республиканың ижтимағи-сәйәси һәм социаль-иҡтисади тормошонда сағылыш табасаҡ, был Европалағы партнерҙар менән аралашыуҙың яңы нөктәләрен табыу өсөн этәргес бирәсәк.
Шул уҡ ваҡытта Президент Советында, республикабыҙҙа йыл тематикаһы, традиция буйынса, мөһим социаль проблемаларҙың береһен хәл итеү менән бәйләнгән, тип һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Башҡортостан һуңғы 20 йылда граждандарыбыҙҙың тормошон яҡшыртыуҙа ярайһы уҡ уңыштарға өлгәште. Бында республикабыҙҙағы һөҙөмтәле социаль сәйәсәт, башлыса, Президент Мортаза Рәхимов етәкселегендәге Башҡортостан етәкселегенең алдан күрә белеүсән сәйәсәте арҡаһында һаҡланыу ғына түгел, арттырылған ҡеүәтле иҡтисади ресурстарға таяна.
— Һуңғы 20 йыл тарихы системалы дәүләт сәйәсәте алып барғанда төбәкте тотороҡло үҫтереүгә өлгәшергә мөмкин булыуын күрһәтте, — тине Сергей Лаврентьев. —Башҡортостанда йәшәүсе бөтә социаль төркөмдәрҙең һәм халыҡтарҙың үҙ-ара килешеп сәйәси, иҡтисади, социаль, мәҙәни эш итеү системаһы – ул алда торған перспективалы үҫеш бурыстарын хәл итеүгә төплө дәүләт ҡарашы һөҙөмтәһе. Бындай ҡараш ҡабатланғыһыҙ этнотерриториаль берәмек – Башҡортостан Республикаһын барлыҡҡа килтергән ярайһы уҡ ҡатмарлы процестарҙы аныҡ белеүгә таяна.
Быйыл Башҡортостан Рәсәй Федерацияһы составында үҙ автономияһының 90 йыллығын билдәләне. 1990 йылдың октябрендә, республика суверенитеты тураһында Декларация ҡабул итеп, демократик федератив Рәсәй составында Башҡортостан үҫешенең хәҙерге этабы асылды.
Президент Советында, республикабыҙ һәр ваҡыт аныҡ һәм эҙмә-эҙлекле рәүештә Рәсәй дәүләтенең федератив нигеҙҙәрен нығытыу сәйәсәтен үткәрҙе, тип айырып билдәләнде.
Беҙ элек-электән, һәр халыҡ, һәр кеше үҙ тарихы өсөн ғорурлыҡ, үҙ Тыуған иле киләсәге өсөн яуаплылыҡ тойғоһо кисергәндә генә илдең үҫешенә өлгәшергә мөмкин, тигән идея яҡлыбыҙ.
Шуны иҫәпкә алып, Президент Советы 2010 йылды Башҡортостанда Республика йылы тип иғлан итергә һәм уны Башҡортостандың ошо 20 йылда үткән юлы йомғаҡтарын барлауға һәм республика халыҡтары тормошонда дәүләттең ролен актуалләштереүгә арнарға кәрәк, тип тапты.