Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
0
98.56
0
83.59
+0.63
6+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
13 Ноябрь 2009, 13:15

Мортаза Рәхимов Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы ултырышында ҡатнашты

12 ноябрҙә Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы Президенты М.Ғ. Рәхимов Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы палаталарының берлектәге ултырышында ҡатнашты. Унда Рәсәй Федерацияһы Президенты Д.А. Медведев ил парламентына Мөрәжәғәтнамәһен уҡып ишеттерҙе.
Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына ярашлы, Рәсәй Президентының Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәнамәһе дәүләт башлығының бурысы булып тора. Унда эске һәм тышҡы сәйәсәттең төп йүнәлештәре буйынса позиция, шулай уҡ дәүләт башлығының мөһим ҡарарҙары хаҡындағы мәғлүмәттәр билдәләнә. Үҙенең мөрәжәғәтендә Д.А. Медведев шулай уҡ бер нисә мөһим белдереү яһаны. Быйылғы Мөрәжәғәтнамә өҫтөндә эшләгәндә Президенттың 2009 йылдың 10 сентябрендә баҫылып сыҡҡан “Рәсәй, алға!” мәҡәләһенә ҡарата граждандарҙың фекер һәм тәҡдимдәре иҫәпкә алынды.
Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәт итеп, дәүләт башлығы, ХХI быуатта Рәсәй демократия ҡиммәттәренә һәм институттарына нигеҙләнгән бөтә яҡлы модернизацияға мохтаж, тине. Д.А. Медведев Рәсәйгә принципиаль яңы нигеҙҙә донъя державаһы статусына эйә булыу кәрәклегенә инаныуын белдерҙе.
- Ватандың абруйы һәм милли именлек үткәндәрҙең ҡаҙаныштары менән генә билдәләнә алмай. Етештереү комплекстары, ядро ҡоралы, сәнәғәт һәм коммуналь инфраструктура - быларҙың күпселеге тиерлек совет белгестәре тарафынан булдырылған, - тине дәүләт башлығы. Ил Президенты рәсәйҙәрҙең әлеге быуынын “үҙ һүҙен әйтергә” һәм илде яңы кимәлгә күтәрергә саҡырҙы.
Д.А. Медведев, донъя финанс көрсөгө һөҙөмтәһендә Рәсәйҙә иҡтисади үҫештең түбәнәйеүе күпселек илдәр менән сағыштырғанда тәрәнерәк булды, тип билдәләне. Рәсәй продукцияһының конкуренцияға һәләтенең түбән булыуын һәм иҡтисади структураның сеймалға бәйлелеген төп сәбәптәр тип атаны.
Рәсәй Президенты, граждандарға социаль ярҙам дәүләт сәйәсәте өҫтөнлөгө булды һәм булып ҡала, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Уның әйтеүенсә, ил бюджеты килемдәренең түбәнәйеүенә ҡарамаҫтан, дәүләттең социаль йөкләмәләре артабан да тулы күләмдә үтәләсәк. Пенсияларҙы индексациялау, ветерандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү, эшһеҙлек буйынса пособиеларҙы арттырыу, халыҡты эш менән тәьмин итеүгә булышлыҡ программаларын тормошҡа ашырыу хаҡында һүҙ бара.
Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтендә барышында Дмитрий Медведев берҙән-бер предприятиеға ҡарап торған бәләкәй ҡалалар проблемаһын күтәрҙе. “Яҡын арала беҙгә бәләкәй ҡалаларҙа йәшәү кимәленең ҡырҡа түбәнәйеүенә юл ҡуймау өсөн оператив саралар күрергә кәрәк. Был бөтә кимәлдәге власть органдарының да, предприятиелар етәкселегенең дә бурысы”, тине Рәсәй Президенты.
Үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә Д.А. Медведев шулай уҡ ил үҫешенең сәйәси стратегияһындағы өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙе билдәләне һәм коррупцияға ҡаршы көрәш проблемаларына иғтибар бирҙе.
Дәүләт башлығының мөрәжәғәтенә комментарий биреп, Башҡортостан Президенты М.Ғ. Рәхимов, Д.А. Медведевтың икенсе Мөрәжәғәтнамәһе көслө тәьҫир яһай, тип билдәләне.
- Был - илдең киләсәге хаҡында тәрән хәстәрлек менән һуғарылған юғары патриотик мөрәжәғәт. Хәҙерге Рәсәйҙең иҡтисади базаһын булдырыу, иҡтисадтың реаль секторын модернизациялау бурысы аныҡ ҡуйыла. Улай ғына ла түгел, сәнәғәт етештереүендә тәҡдим ителгән структура, модернизация йәһәтенән алға китеш 1945 йылғы Бөйөк Еңеүебеҙгә тиңләштерелә. Бындай белдереүҙең Рәсәйҙәге һәр граждандың хис-тойғоларына ҡағылмауы мөмкин түгел, - тине М.Ғ. Рәхимов.
Башҡортостан Президенты илебеҙҙең һәм уның бөтә төбәктәренең перспективалары заманса технологияларға, конкуренцияға һәләтле продукция етештереүҙе арттырыуға, алдынғы тармаҡтарҙы һәм технологияларҙы үҫтереүгә бәйле булыуы менән тулыһынса килешә. Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан ошо йүнәлештәрҙә ныҡышмалы эшләй, - тине республика башлығы. М.Ғ. Рәхимов, ошо стратегик документ положениелары юҫығында “беҙ ил Президенты билдәләгән йүнәлештәрҙә тырышлығыбыҙҙы арттырасаҡбыҙ”, тип белдерҙе.
- Ҙур бурыстар ҡуйылды. Уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн процестарға һөҙөмтәле идара итеү мөһим. Президент проблемаларҙы эҙмә-эҙлекле хәл итеү зарурлығын билдәләй. Был илдә инфраструктураны үҫтереү мәсьәләһе йәһәтенән айырыуса яҡшы яңғыраны. Әлегә ул тулыһынса финансланмаған, бында ябай ғына тәртип юҡ, ә төҙөлөш бер нисә тапҡырҙарға юғарыраҡ хаҡтар буйынса алып барыла, бындай маҡсатҡа күп аҡса түгеү - юл ҡуйылғыһыҙ эш, - тине М.Ғ. Рәхимов.
Республика башлығы шулай уҡ, модернизациялауҙың билдәләнгән һәр йүнәлешендә үҙенең йәшәүгә һәләтен һәм кәрәклеген иҫбатлаған практикаға ғына таянырға тейешбеҙ, тигән фекер белдерҙе. Башҡортостан Президенты фекеренсә, ныҡлы дәүләт төҙөү өсөн ныҡлы нигеҙ кәрәк, һәм ауылдарыбыҙ уның мөһим өлөштәренең береһе булды һәм булып ҡала. “Йәмғиәттең һәм иҡтисадтың нигеҙе булараҡ агросәнәғәт комплексын комплекслы үҫтереү бик кәрәк. Рәсәйҙең бөтә уңышлы төбәктәрендәге үҫеш тәжрибәһе быны асыҡ күрһәтә”, - тине М.Ғ. Рәхимов. Әлбиттә, урта мәктәпкә булышлыҡ итеү һәм уны сифатлы модернизациялау, Башҡортостан Президенты фекеренсә, бөтә кимәлдәге инновациялар өсөн нигеҙ булып тора.
Рәсәй бөйөк державаға әүерелергә тейеш һәм Мөрәжәғәтнамәлә ҡуйылған бурыстарҙы социаль-сәйәси тотороҡлолоҡ, Рәсәй йәмғиәте көсөн тырыш конструктив эшкә туплау шарттарында ғына тормошҡа ашырырға мөмкин, тип инана республика Президенты.
- Президент илде киң яңыртыу һәм цивилизациялы үҫтереүҙең комплекслы, бөтөн программаһын бирҙе. Ул күп милләтле халҡыбыҙҙың “Алға, Рәсәй!” тигән ике һүҙҙә сағылған милли идеяһын тәҡдим итте, тиергә мөмкин, - тине М.Ғ. Рәхимов.
Автор:БР Президентының матбуғат хеҙмәте
Читайте нас: