07:15 (UTC+5), 13 Ноября 2009

К.Б. ТОЛКАЧЕВ: “Рәсәй Федерацияһы Президенты Мөрәжәғәтнамәһе - илебеҙ үҫешенә йүнәлеш”

«Башинформ»
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Рәсәй Федерацияһы Президенты Мөрәжәғәтнамәһенә комментарий бирҙе:
“Рәсәй Федерацияһы Президенты Д.А. Медведевтың әлеге Мөрәжәғәтнамәһе үҙенең тәрәнлеге һәм күп яҡлылығы буйынса киләһе йылдарға Рәсәйҙең ижтимағи тормошоноң бөтә яҡтарын артабан үҙгәртеп ҡороу мәсьәләһен эшләү йәһәтенән бөтә тармаҡ һәм кимәл дәүләт власының, урындағы үҙидараның үҙенсәлекле, перспективалы эшмәкәрлек программаһы булып тора.
Юридик яҡтан Мөрәжәғәтнамәнең юғары кимәлдә әҙерләнеүенә, уның төп ҡиммәттәрҙе һәм азатлыҡтарҙы үҫтереүгә йүнәлтелеүенә иғтибар йүнәлткем килә. Рәсәй Президентының демократик институттарҙы һәм уларҙың гарантияларын артабан үҫтереү өсөн хоҡуҡи системаның әһәмиәтен айырым һыҙыҡ өҫтөнә алыуы мөһим.
Дмитрий Анатольевич Медведевтың Мөрәжәғәтнамәһе - ғәйәт ҙур илебеҙҙә - Рәсәйҙә йәшәүсе барлыҡ граждандарға уның туранан-тура мөрәжәғәте, тип иҫәпләйем. Дөйөм алғанда, дәүләт башлығы быға тиклем “Рәсәй, алға!” мәҡәләһендә тәҡдим иткән яңы, заманса Рәсәй төҙөү принциптарынан һәм ысулдарынан ситкә тайпылмай һәм Ватаныбыҙҙың киләсәге ниндәй булырға тейешлеге хаҡында уйланырға саҡыра. Дмитрий Медведевтың Рәсәйҙең бөгөнгө хәлен арттырмай, дәүләттең артабанғы үҫешенә ҡамасаулаусы проблемаларҙы, улар араһында сеймал иҡтисады, хроник коррупция, проблемаларҙы хәл иткәндә дәүләткә һылтаныу ғәҙәте, демократик институттарҙың көсһөҙлөгө кеүек мәсьәләләрҙе асыҡтан-асыҡ күрһәтеүе мөһим. Ул дәүләтебеҙҙең йомшаҡ яҡтарын билдәләй һәм уларҙы хәл итеүҙең аныҡ, аңлайышлы механизмдарын тәҡдим итә.
Рәсәй Федерацияһы Президентының моноҡалаларға, ундайҙар Башҡортостан Республикаһында ла бар, социаль-иҡтисади йәһәттән ярҙам күрһәтеү буйынса тәҡдиме яҡшы ҡараш тыуҙыра. Ошондай ҡалаларҙа йәшәүселәрҙе социаль йәһәттән яҡлауҙы тәьмин итеүҙә Федераль үҙәктән финанс ярҙамы көтә алабыҙ, тип уйлайым.
Дәүләт башлығының база булып торған мәғариф учреждениеларына финанс үҙаллылығы биреү хаҡындағы тәҡдиме ҡыҙыҡһыныу уятмай ҡалмай. Бынан тыш, уларға белем биреүҙең индивидуаль программаһын билдәләү хоҡуғы ла биреләсәк.
Рәсәй Президентының торлаҡ шарттарын яҡшыртыу маҡсатында халыҡ өсөн ҡулланыу кредиттары күләмен арттырыу зарурлығы хаҡындағы һүҙҙәре күп граждандарҙың иғтибарынан ситтә ҡалмағандыр, тип уйлайым.
Тәбиғәттең файҙалы ҡаҙылмаларын һәм энергия ресурстарын дөрөҫ файҙаланыу проблемаһына дәүләт башлығы етди иғтибар бүлә. Президент Д.А. Медведевтың фекеренсә, иҫәп алып барыу приборҙары етештереү һәм ҡуйыу буйынса махсус программалар энергияны һөҙөмтәлерәк файҙаланыу мөмкинлеге бирәсәк. Рәсәйҙәр ғәмәлдә ҡулланған хеҙмәттәр өсөн генә түләргә тейеш, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Президент. Дмитрий Анатольевич вәғәҙә итеүенсә, коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙең яңы системаһы ҡулланыу режимын ғына түгел, ә айырым ғаиләнең килемен дә иҫәпкә алырға булышлыҡ итәсәк. Бынан тыш, энергия контракттары индереү күҙаллана. Уның ярҙамында һаҡсыл тотоноуға өлгәшеү мөмкин буласаҡ.
РФ Президенты Д.А. Медведев фекеренсә, һайлауҙар ҡануниәтенең айырым аспекттары ла үҙгәртеп ҡороуға мохтаж.
Донъя иҡтисади көрсөгө эҙемтәләрен бөтөрөүгә бәйле ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, дәүләт тарафынан ил халҡы алдында үҙенең барлыҡ конституцион йөкләмәләрен тәьмин итеү идеяһы Мөрәжәғәтнамә тексында ҡыҙыл һыҙыҡ булып үтә.
Мөрәжәғәтнамәләге бөтә тәҡдимдәр уйланған, маҡсатҡа ярашлы, йәмғиәт практикаһын белеү, дәүләт төҙөлөшө проблемаларын һәм етешһеҙлектәрен анализлау менән тәрән нигеҙләнгән, тип иҫәпләйем”.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика