04:38 (UTC+5), 13 Ноября 2009

Башҡортстандың юғары рейтингы иҡтисадҡа иғтибар менән раҫлана

"Башинформ"
Республика Премьер-министры Раил Сарбаев Мәскәүҙә РФ Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Игорь Сечин үткәргән кәңәшмәлә ҡатнашты. Сарала ҡатнашыусылар Рәсәйҙә нефть химияһын үҫтереү мәсьәләләрен, шул иҫәптән республикабыҙҙың нефть химияһы комплексы өсөн көнүҙәк проблемаларҙы тикшерҙе.
Дәүләт менән шәхси инициативаның эшен яраштырыу һөҙөмтәһендә генә тармаҡта сифатлы үҙгәрештәргә өлгәшергә мөмкин, тип билдәләнде кәңәшмәлә. Рәсәй химияһында барлыҡҡа килгән проблемаларҙы һөҙөмтәле хәл итеү – Рәсәй иҡтисадының инновацион үҫешкә күсеүен билдәләүсе төп реформалау пункттарының береһе ул.
Мәскәүҙә Раил Сарбаев шулай уҡ бер нисә һөйләшеү үткәрҙе. Рәсәй Төбәктәр үҫеше министрлығының РФ субъекттары дәүләт власы органдарының эшмәкәрлеге һөҙөмтәлелегенә мониторинг һәм уны баһалау департаменты етәксеһе Максим Решетников менән осрашыу барышында республиканың эше ыңғай миҫал сифатында билдәләнде - 2008 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан РФ субъекттары рейтингында ун беренсе урынды биләгән.
Шул уҡ ваҡытта республика үҙ күрһәткестәрен яҡшыртыу темпы, динамика буйынса Рәсәй Федерацияһында өсөнсө урынды яуланы, тип айырып билдәләнде осрашыуҙа. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2007 йылда беҙ бөтә төбәктәр араһында 31-се позицияла тора инек. Ҡырҡа алға китеш 2008 йылда дөйөм социаль-иҡтисади күрһәткестәрҙең үҫеше менән аңлатыла, ә был дәүләт идараһында, һаулыҡ һаҡлауҙа һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡта һөҙөмтәһеҙ сығымдарҙы кәметеү буйынса тырыш эш һөҙөмтәһе булып тора.
РФ Хөкүмәтенең мәғлүмәт технологиялары һәм элемтә департаментында Константин Носков менән мәғлүмәт-коммуникация технологияларын үҫтереү мәсьәләләре, шул иҫәптән “Электрон хөкүмәт” проекты тикшерелде.
Республикала был йәһәттән бай тәжрибә тупланған. Башҡортостандағы “БР-ҙың социаль картаһы” пенсия иҫәбенең торошо хаҡында мәғлүмәттәр алыу, дауаханаға ҡабул итеүгә яҙылыу, социаль льгот аларға һәм башҡа хеҙмәттәргә эйә булыу өсөн “электрон” асҡыс булып тора. Был, һис шикһеҙ, башҡа төбәктәр өсөн дә файҙалы буласаҡ.
Федераль мөлкәткә идара итеү буйынса федераль агентлыҡта ҡайһы бер федераль предприятиеларҙың акциялар пакетын республика милкенә тапшырыу мөмкинлеге тикшерелде.
Эш сәфәре барышында Премьер-министр шулай уҡ “Транснефть” акционерҙар компанияһының мөлкәт һәм финанс комплекстары мәсьәләләрен көйләүсе вице-президенты Владимир Кушнарев менән осрашыу үткәрҙе. Яҡын арала “Транснефть” етәкселеге төбәк менән компания араһындағы хеҙмәттәшлек тураһында договорға ҡул ҡуйыу өсөн Башҡортостанға килергә ниәтләй.
Инновацион продукт – беренсе гидролитик класлы медицина быяла тараһы етештереү Рәсәйҙең бөтә фармацевтика баҙарының киләсәге өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. РФ Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Игорь Шувалов менән осрашыуҙа “Туймазыбыяла” асыҡ акционерҙар йәмғиәте базаһында етештереүҙе модернизациялау мәсьәләләре тикшерелде. “ВТБ банкыһы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән дәүләт гарантияһындағы кредит килешеүен оҙайтыу баҙарҙағы импорт продукцияһының 80 процентын үҙебеҙҙекеләр менән алмаштырыу мәсьәләһен хәл итеү мөмкинлеге бирәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика