Бөгөн Рәсәйҙә Сәйәси репрессиялар ҡорбандарын хәтергә алыу көнө билдәләнә. Өфөнөң Еңеүҙең 50 йыллығы исемендәге скверында сәйәси репрессиялар ҡорбандары һәйкәленә сәскәләр һалыу тантанаһы үткәрелде. Уны Башҡортостан баш ҡалаһы хакимиәте менән берлектә БР Сәйәси репрессиялар ҡорбандары ассоциацияһы ойошторҙо.
Көн йонсоу һәм һалҡын булыуға ҡарамаҫтан, репрессияланғандарҙы хөрмәтләп иҫкә алырға 50-нән ашыу кеше килгән. Күптәренең ҡулдарында ошо яфаға тарыусы яҡындарының фотографиялары, гәзит һәм журнал мәҡәләләре һәм, әлбиттә, БР Сәйәси репрессиялар ҡорбандары ассоциацияһы сығарған “Тере хәтер” (“Живая память”) китаптары. Йыйылыусылар алдында был ойошманың рәйесе Маһинур Үтәбаева сығыш яһаны.
- Йыл һайын беҙ сәйәси репрессияларҙан яфа сигеүселәрҙаң барыһын да иҫкә алабыҙ, беҙҙең сафтарыбыҙ һирәгәймәй, ә был, хәтер тере һәм мәңгегә беҙҙең күңелдәребеҙҙә һәм йөрәктәребеҙҙә ҡаласаҡ, тигәнде аңлата, - тине Маһинур Мөхлис ҡыҙы. – Кешеләргә ҡарата бындай аяуһыҙ мөнәсәбәт башҡаса бер ҡасан да ҡабатланмаҫ, тип бик тә ышанаһы килә. Беҙгә иһә, тере ҡалғандарға, үҫеп килеүсе быуын тарихыбыҙҙың ошондай ҡара биттәре тураһында ла белһен һәм хәтерендә тотһон өсөн барыһын да эшләргә кәрәк. Шуға күрә беҙ ҡул ҡаушырып ултырмайбыҙ, күптән түгел генә Башҡортостан Республикаһының бөтә сәйәси репрессиялар ҡорбандарына арналған китап сығарҙыҡ.
Йыйылыусылар алдында Өфө ҡала округы ҡала хакимиәте, мосолман һәм православие руханиҙары вәкилдәре сығыш яһаны.
Ул ваҡиғаларҙың тере шаһиттары үҙҙәренең ҡайғылы иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. Шуларҙың береһе, 72 йәшлек Неля Дауытова, ул ауыр йылдарҙы һәр ваҡыт бик ауыр тулҡынланып иҫкә ала.
- Атайым Башҡортостан Дәүләт планы рәйесе һәм республика Халыҡ комиссарҙары Советы рәйесенең беренсе урынбаҫары булды. Уны 1937 йылдың 4 авгусында эшләп ултырған кабинетында уҡ ҡулға алалар, ә мин ошо йылдың 10 октябрендә тыуғанмын, һәм 31 декабрҙә үк, Яңы йыл алдынан ғына, имсәк балаһы менән әсәйемде лә ҡулға алыу тураһында приказ сығарылған, - тип иҫкә ала Неля Шаһиәхмәт ҡыҙы. - Әсәйемде 8 йылға иркенән мәхрүм итәләр. Тотҡонда беҙ ике йыл үткәрҙек, шунан һуң реабилитацияланылар. Ләкин ошо ваҡыт та беҙгә мәңгелек кеүек тойолдо. Беҙҙе 40-ар кешелек ҙур камераларҙа тоттолар, улар араһында сәйәси репрессияланғандар ғына түгел, ҡәҙимге рецидивистар – бурҙар һәм кеше үлтереүселәр ҙә бар ине. Өлкәндәр таңдан тороп эшкә киттеләр, ә беҙ, балалар, көн буйына һикелә яттыҡ. Ундағы шарттар ҡот осҡос ине. Мин әле булһа үҙ әсәйем менән ғорурланам. Бөтә ҡыйынлыҡтарға һәм мәхрүмселектәргә ҡарамаҫтан, ул бирешмәне, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәне. Ә бит уның минән башҡа тағы өс балаһы бар ине. Ул барыбыҙҙы ла тәрбиәләп үҫтереп, аяҡҡа баҫтырҙы. Һәм хәҙер мин ошо һәйкәл ҡуйылған көндән алып йыл һайын был көндө атайым менән әсәйемде, шулай уҡ ҡалған бөтә сәйәси репрессиялар ҡорбандарын хөрмәтләп иҫкә алырға киләм.
Рәсми мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Башҡорт АССР-ында 50 меңдән ашыу кеше репрессиялана, репрессияларҙың иң күбе 1937-38 йылдарға тура килә. Хәҙерге ваҡытта БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында Өфөнән сәйәси репрессияларҙан зыян күргән 3000-дән ашыу кеше иҫәптә тора.