Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
88.61
-0.09
97.07
-0.09
82.7
+1.02
-1 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
16 Октябрь 2009, 18:45
Бакуҙа ТӨРКСОЙ Даими советының XXVI ултырышы үткәрелә
Азербайжан Республикаһының баш ҡалаһы Бакуҙа төрки телле илдәрҙең мәҙәниәт министрҙары Даими советының сираттағы XXVI ултырышы үтә. Совет эшендә Башҡортостан Республикһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев етәкселегендәге рәсми делегация ҡатнаша.ТӨРКСОЙ Даими советы ултырышында ойошманың уҙған осорҙағы эшмәкәрлегенә ҡағылышлы мәсьәләләрҙе тикшереү планлаштырыла, ТӨРКСОЙ-ҙың генераль директоры Дюсен Касеиновтың 2009 йылдың 3 октябрендә Азербайжан Республикаһының Нахичевань ҡалаһында үткәрелгән төрки телле илдәр дәүләттәре башлыҡтарының IX саммиты йомғаҡтары, 2009 йылдың 5-6 октябрендә Парижда үткән ЮНЕСКО Генераль Конференцияһы Сессияһы йомғаҡтары тураһында белдереүҙәре тыңланасаҡ. Ултырыш программаһы сиктәрендә Эдирна ҡалаһында (Төркиә) үткән төрки телле илдәр рәссамдарының XI Халыҡ-ара ижади лабораторияһында ҡатнашыусыға 2008 йыл өсөн һынлы сәнғәт өлкәһендә ТӨРКСОЙ премияһын тапшырыу үткәреләсәк. Төрки телле илдәр мәҙәниәт министрҙарының Даими советы ТӨРКСОЙ Генераль дирекцияһының 2010 йылға эшмәкәрлеге программаһын ҡарарға һәм раҫларға ла тейеш.
Автор:
Әхәт Салихов
Теги:
ултырыштар
төрксой
Читайте нас в