12:35 (UTC+5), 13 Октябрь 2009

Юрий Пустовгаров: Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек – төбәктең тотороҡло үҫеш нигеҙе

"Регионы России" журналы
Башҡортостан Рәсәй Федерацияһының алдынғы индустриаль һәм ауыл хужалығы төбәктәренең береһе булып тора. Төбәк предприятиелары сығарған продукцияның конкуренцияға һәләтлелеге Башҡортостанды халыҡ-ара һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлектә песпективалы партнер яһай. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары, сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министры Юрий Пустовгаров “Регионы России” журналына интервьюһында республиканың сит илдәр һәм РФ төбәктәре менән иҡтисади хеҙмәттәшлеге тураһында һөйләне.
- Хөрмәтле Юрий Леонидович, Башҡортостан Республикаһы Рәсәйҙең ҡайһы төбәктәре һәм ниндәй сит илдәр менән иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе әүҙем үҫтерә?
- Башҡортостан Республикаһы донъяның 100-ҙән ашыу иле менән сауҙа-иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе әүҙем үҫтерә. 2008 йыл йомғаҡтары буйынса республиканың тышҡы сауҙа күләме буйынса лидерҙар тиҫтәһенә Нидерландтар, Чехия, Ҡаҙағстан, Латвия, Төркиә, Италия, Украина, Финляндия, АҠШ, Ҡытай кеүек илдәр инә.
Башҡортостан Рәсәй Федерацияһының 80 субъекты менән сауҙа-иҡтисади мөнәсәбәттәр урынлаштырған, шуларҙан килешеү нигеҙендә - Рәсәйҙең 51 төбәге менән. Силәбе, Ырымбур өлкәләре, Татарстан Республикаһы, Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалалары, Удмурт Республикаһы, Свердловск, Һамар , Төмән, Мәскәү, Нижегородка өлкәләре менән әүҙем хеҙмәттәшлек итәбеҙ.
Республика Силәбе һәм Свердловск өлкәләренә, Татарстан Республикаһына, Мәскәү ҡалаһына һәм өлкәһенә, Удмурт Республикаһына, Һамар, Төмән, Ырымбур һәм Тамбов өлкәләренә иң күп продукция сығара.
Ә Башҡортостан Республикаһына продукция сығарыусы иң яҡын төп сәнәғәт төбәктәре: Силәбе һәм Һамар өлкәләре, Татарстан Республикаһы, Нижегородка өлкәһе, Пермь крайы, Свердловск, Кемерово һәм Ленинград өлкәләре.
Юрий Пустовгаровтың тулы интервьюһын журнал сайтында уҡырға мөмкин: http://gosrf.ru/journal/article/734
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика