10:40 (UTC+5), 03 Июня 2009

Республика йортонда осрашыу

БР Президенты матбуғат хеҙмәте
2 июндә Республика йортонда Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов Рәсәй Федерацияһы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре профсоюзы рәйесе Наталья Агапова менән эш осрашыуы үткәрҙе. Республикаға ул ошо көндәрҙә Өфөлә үткәрелгән агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Волга буйы федераль округындағы территориаль комитеттары рәйестәре кәңәшмәһендә ҡатнашыу өсөн килгән.
Осрашыу барышында Мортаза Рәхимов Наталья Агаповаға республика агросәнәғәт комплексының торошо һәм уның артабанғы үҫеш перспективалары хаҡында һөйләне. Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәрен социаль яҡлау, тармаҡ өсөн кадрҙар әҙерләү, ауылда социаль объекттар төҙөү мәсьәләләре тикшерелде.
Башҡортостан Президенты фекеренсә, йәш белгестәрҙе ауыл хужалығы етештереүенә йәлеп итеү һәм уларҙы нығытыу өсөн шарттар булдырырға кәрәк. Атап әйткәндә, республиканың ауыл биләмәләре сиктәрендә урынлашҡан агросәнәғәт комплексы ойошмаларында эшләүсе йәки эшләргә теләк белдергән йәш белгестәргә айлыҡ түләүҙәр: юғары уҡыу йорттарын тамамлаусыларға - 7 мең һум, урта һөнәри учреждениеларҙы тамамлаусыларға 4 мең һум күләмендә түләү билдәләнде. Шулай уҡ вуздарҙы тамамлаусыларға 100 мең һум, урта махсус уҡыу йорттарын тамамлаусыларға 60 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған пособиелар билдәләнде.
Әңгәмә барышында агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре профсоюзының эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре аграр сәйәсәтте тормошҡа ашырыуҙа ҙур әһәмиәткә эйә, тип билдәләнде.
- Тармаҡтың үҫеше һәм сәскә атыуы, яҡшы хеҙмәт өсөн лайыҡлы түләү, хәүефһеҙ хеҙмәт шарттары булдырыу, хеҙмәт коллективтарында сәләмәт микроклиматҡа, ауылда тотороҡлолоҡҡа булышлыҡ итеү - социаль партнерлыҡтың бурыстары бына ошо, - тине Мортаза Рәхимов.
Наталья Агапова агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Волга буйы округындағы территориаль комитеттары рәйестәре кәңәшмәһендә ҡарарға планлаштырылған мәсьәләләр хаҡында һөйләне. Ул, профсоюз форумының Башҡортостанда үткәрелеүе осраҡлы түгел, тип билдәләне.
- Республикала ауыл хужалығына ярҙам күрһәтеүгә һәм уны үҫтереүгә ғәйәт ҙур иғтибар бирелеүе ҡыуандыра. Зона семинарында ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар Башҡортостандан ҙур ыңғай тәжрибә алыр, тип ышанам, - тине Наталья Агапова.
Осрашыуҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, Ауыл хужалығы министры Шамил Вахитов, Башҡортостан агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре профсоюзы рәйесе Фәнил Шәйхлисламов ҡатнашты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика