17:39 (UTC+5), 20 Марта 2009

Башҡортостан яҙмышы Рәсәй яҙмышы менән тығыҙ бәйләнгән

Әлим Фәйезов
- Бөгөн Үҙәк Совет власының Башҡорт хөкүмәте менән Башҡортостан Совет автономияһы тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыуына 90 йыл тула. Ул үҙенең тарихи әһәмиәте буйынса ХХ быуат башы сәйәси ваҡиғалары араһында айырым урын биләй, - тине БР Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев, "Рәсәй федерализмы тарихында һәм сәйәси практикаһында милли-дәүләт берәмектәре" Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһының пленар ултырышын асып.
Башҡортостан парламенты спикеры әйтеүенсә, был мөһим сәйәси-хоҡуҡи документ Рәсәй менән килешеү мөнәсәбәттәренең законға ярашлы дауамы булып торҙо, Рәсәй федерализмының артабанғы үҫешен билдәләне. Башҡортостан яҙмышы Рәсәй яҙмышы менән тығыҙ бәйләнгән, һәм был үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙең тамырҙары алыҫ ХVI быуатҡа, уның үҙ ирке менән Рус дәүләтенә ҡушылыуына барып тоташа. Хатта самодержавие шарттарында ла беҙҙең край башҡа төбәктәрҙән ҙурыраҡ үҙаллылыҡҡа эйә булыуы менән айырылып торҙо. Башҡорттарҙың эске үҙидараға, дин тотоу иреклегенә, ергә хоҡуҡтары булды. Улар үҙҙәрен Мәскәү батшаһы подданныйҙары итеп таныны, һалым түләүгә һәм хәрби хеҙмәт алып барыуға йөкләмә алды. Рәсәй менән Башҡортостандың килешеү характерындағы бындай үҙ-ара мөнәсәбәттәре 1917 йылға тиклем үҙгәрешһеҙ ҡалды. Башҡортостандың яңы дәүләтселеге 1919 йылдың 20 мартында Үҙәк Совет власының Башҡорт Хөкүмәте менән Килешеүендә юридик танылыу алды. Килешеү традицион договор мөнәсәбәттәрен яңыртты, дәүләт идаралығы өлкәһендә киң вәкәләттәр менән Башҡортостандың юғары дәүләт-хоҡуҡи статусы нигеҙе булып торҙо. Ул Башҡортостандың дәүләт ҡоролошо формаһын, уның сиктәрен һәм административ-территориаль ҡоролошон нығытты, дәүләт власын тормошҡа ашырыу ысулдарын билдәләне. Килешеү Рәсәй тарихында Рәсәйҙең федератив дәүләт булараҡ ҡоролошона нигеҙ һалыусы беренсе хоҡуҡи акт булып торҙо. Дәүләтселектең бөтә билдәләренә эйә булған үҙ аллы милли-дәүләт берәмеге - Башҡортостан рәсми танылыу алды. Был ваҡиға Рәсәй федерализмы формалашыуына нигеҙ һалды һәм Рәсәй алдында федератив мөнәсәбәттәр үҫешенең реаль перспективаһын асты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика