Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.31
-0.38
98.47
-0.09
83.22
-0.11
12+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
19 Март 2009, 17:36

Тотороҡло иҡтисад үҫешенә сығыу юлы оҙайлы

Бөгөн БР Дәүләт Йыйылышы Йортонда үткәрелгән "Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдағы сәнәғәт, агросәнәғәт комплексы, төҙөлөш, транспорт, элемтә һәм социаль өлкәләге эш һөҙөмтәләре һәм 2009 йылға бурыстар тураһында" көн тәртибе менән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең киңәйтелгән ултырышында Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов сығыш яһаны. Түбәндә ҡыҫҡаса уның сығышын бирәбеҙ:
"Ултырышта ҡатнашыусы хөрмәтле иптәштәр!
2008 йылда бөтә донъя көрсөгөнөң кире йоғонтоһона ҡарамаҫтан, республикабыҙҙағы социаль-иҡтисади хәлгә бынан алдағы осорҙа өлгәшелгән ыңғай тенденцияларҙың һаҡланыуы һәм көсәйеүе хас булды. Социаль-иҡтисади үҫеш кимәле буйынcа республикабыҙ ил төбәктәре араһында алдынғы позицияны ышаныслы һаҡлай. Тәғәйен һөҙөмтәләр Хөкүмәт отчетында биреләсәк.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, донъя финанс көрсөгө Рәсәй иҡтисадының бөгөнгө торошон билдәләй. Ул күп кенә проблемаларҙы яҡтыртты. Иң элек, конкуренция мөхитенең йомшаҡ булыуы, производство фондтарының туҙыуы, технология һәм хеҙмәт етештереүсәнлеге кимәленең түбән булыуы. Килеп тыуған хәл байтаҡ етди ҡыйынлыҡтар тыуҙыра, һәм беҙҙән хәл иткес, ҡыйыу саралар күреү талап ителә. Ғөмүмән, алда - элекке тотороҡло үҫеш һыҙығына сығыу юлы оҙайлы, хатта бер нисә йылға һуҙылыуы ихтимал.
Республика Хөкүмәте, министрлыҡтар һәм ведомстволар, предприятиелар һәм ойошмалар етәкселәре, муниципаль һәм ҡала берәмектәре башлыҡтары алдында был ҡатмарлы хәлдә үҙ-ара бәйле өс төп бурыс тора: беренсеһе - иҡтисадыбыҙҙың тотороҡлолоғон тәьмин итеү; икенсеһе - социаль йөкләмәләрҙең үтәлешен тәьмин итеү; өсөнсөһө - яңы социаль-иҡтисади үҫеш моделен булдырыу.
Мортаза Рәхимов, беренсе сиратта, урындағы тауар етештереүселәрҙе яҡлауға, республика сауҙа селтәрҙәренә уларҙы үткәреүҙе тәьмин итеүгә, ауыл хужалығы йәрминкәләре үткәреүҙе дауам итеүгә, республиканың дәүләт һәм муниципаль заказдарына урында етештерелгән продукцияны сығарыуҙы артабан киңәйтеүгә иғтибар бирергә саҡырҙы.
Көрсөккә ҡаршы көрәште халыҡтың тормош кимәлен насарайтыу иҫәбенә алып барыуға юл ҡуйырға ярамай. Бөгөн был йүнәлештәге эш, кешелек капиталына инвестициялар - ул киләсәк үҫеш капиталын тәьмин итеү. Эшһеҙлеккә ҡаршы көрәштә йәмәғәт эштәренә төп өмөт бағларға ярамай. Хәҙерге шарттарҙа төрлө белем биреү программалары, кадрҙарҙы ҡайтанан әҙерләү киңерәк файҙаланылырға тейеш.
Көрсөк шарттарында халыҡты өҫтәмә эш урыны менән тәьмин итеүсе, ғаиләгә өҫтәмә табыш һәм бюджетҡа керем биреүсе бәләкәй бизнесты һаҡларға һәм яҡларға кәрәк. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ үҫешен тотҡарлаусы барьерҙар мотлаҡ бөтөрөлөргә тейеш.
Дөйөм алғанда, бөтә власть тармаҡтарының ойошоп эшләүе, министрлыҡтар, ведомстволар, предприятиелар, ойошмалар етәкселәренең компетентлы позицияһы үтә лә мөһим. Ҡануниәтселәр Советының күптән түгел үткәрелгән ултырышында ил Президенты Дмитрий Анатольевич Медведев "...көрсөк йомшаҡ, компетентһыҙ етәкселәрҙең яуапһыҙлығын асыҡланы. Бындай етәкселәрҙән арынырға кәрәк" тип айырып билдәләне.
Уҙған йылдарҙа республикала етди нигеҙ, ныҡлы базис булдырылды, был беҙгә хәҙерге ҡатмарлы хәлде ышаныслы контролдә тоторға ярҙам итә. Былтырғы йылға йомғаҡ яһау, хәлде объектив баһалау һәм тәрән анализлау, стратегик һәм тактик бурыстар ҡуйыу хәлдең тотороҡлолоғон нығытыуға, республиканың социаль-иҡтисади үҫеш потенциалын арттырыуға булышлыҡ итер, тип ышанам.
Беҙ бөтә ҡаршылыҡтарҙы намыҫ менән йырып сығырға һәм Башҡортостандың тотороҡло үҫешен, лайыҡлы тормош кимәлен тәьмин итергә бурыслыбыҙ, тине Президент.
Читайте нас: