Бөгөн Өфөнөң Совет районы баш ҡала гимназияһына һөжүм иткән туғыҙынсы класс уҡыусыһын 3 апрелгә тиклем өйҙә һаҡ аҫтында тотоу тураһында ҡарар сығарҙы. Башҡортостандың Тәфтиш комитеты «үлтереүгә маташыу» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатты. Ултырыш ябыҡ режимда үтте.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 3 февралдә Өфө гимназияһына 9-сы класс уҡыусыһы страйкбол автоматы тотоп килгән һәм уҡытыусыға, өс уҡыусыға атып өлгөргән, петарда шартлатҡан.