07:39 (UTC+5), 03 Февраль 2026

Башҡортостан Башлығы Өфөлә уҡыусының мәктәпкә һөжүм итеүе хаҡында һөйләне

Ваҡиғала зыян күреүселәр юҡ.

Фото: автор / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Инсаф Хужабирганов

Бөгөн Өфөнөң 16-сы гимназияһына иртәнсәк туғыҙынсы класс уҡыусыһы һөжүм иткән. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был ҡурҡыныс ваҡиға хаҡында һөйләне.

«Зыян күреүселәр юҡ. Үҫмерҙе ҡулға алғандар. Хәлде контролдә тотабыҙ, сәбәптәре асыҡлана», — тип хәбәр итте Радий Хәбиров.

Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн 11.00 сәғәттә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө идаралығына ҡаланың 16-сы гимназияһындағы ваҡиға тураһында хәбәр килде. Күрһәтелгән адресҡа полиция хеҙмәткәрҙәре, Росгвардия һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр ебәрелгән. Ваҡиға урынына БР буйынса эске эштәр министры, полиция генерал-майоры Александр Воронежский килгән.

«Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 9-сы класс уҡыусыларының береһе 16-сы гимназияға дәрескә пластик пневматик автомат менән килгән. Үҫмер өс тапҡыр уҡытыусыға һәм өс уҡыусыға атҡан, петарда шартлатҡан. Урынға килеп еткән полицияның патруль-пост хеҙмәте һәм Росгвардия хеҙмәткәрҙәре уны ҡулға алған. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана», — тиелә ведомствоның аңлатмаһында.

Урынға шулай уҡ Өфө мэры Ратмир Мәүлиев килгән. 

«16-сы гимназиялағы ваҡиға сәбәптәрен асыҡлайбыҙ. Уҡыу йортона килдем. Сигнал булыу менән бөтә хеҙмәттәр ҙә ваҡиға урынына ебәрелде», тип хәбәр итте ҡала мэры.

Mash телеграм-каналы мәғлүмәттәре буйынса, был көндә класс етәксеһе үҫмер менән әңгәмә үткәрергә планлаштырған. Икенсе мәктәптән гимназияға күскәндән һуң уҡыусы яңы урынға өйрәнеп китә алмаған. Бөгөн ул ике дәрескә килмәгән һәм өсөнсөһөнә һуңлаған. Һөжүм итер алдынан үҫмерҙе класташы видеоға төшөрөп өлгөргән. Ул битлек кейгән, ҙур автомат менән коридор буйлап бара.

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика