Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.01
+0.09
90.29
+1.23
62.51
+0.52
-30 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
26 Ғинуар , 11:30

Әбйәлилдә сит ил автомобиле йылҡы өйөрөнә барып бәрелгән

Әбйәлил районы хакимиәте / Айрат Әминев
Фото: Әбйәлил районы хакимиәте / Айрат Әминев

Әбйәлил районында Mercedes юлға килеп сыҡҡан ике ат менән бәрелешкән. Район хакимиәте башлығы Айрат Әминев был аварияның сәбәптәрен үҙе асыҡлаған.

«Бөгөн ике ғәҙәттән тыш хәлдең сәбәптәрен асыҡлау менән шөғөлләндем. Таң менән Һамар һәм Озерное ауылдары араһындағы юлда фажиғә теркәлгән. Юлға килеп сыҡҡан ике ат Mercedes автомобиле аҫтында ҡалған. Бәхеткә күрә, машиналағы йәш егеттәр имгәнмәгән, үҙҙәре махсус хеҙмәттәрҙе саҡыртҡан», – тип яҙған Әминев социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Аттарҙа чиптар һәм яҡтылыҡты ҡайтарғыстар булмаған. Йылҡыларҙы ваҡытлыса аҫрау пунктына япҡандар. Полиция көтөүҙең хужаһын эҙләй.

Әминев һүҙҙәренсә, әгәр хужа үҙенең яуаплылығын танымаһа, малдарҙың кемдеке икәнлеген ДНК-тест ярҙамында асыҡлайҙар.

https://www.bashinform.ru/news/law/2026-01-25/v-bashkirii-inomarka-naehala-na-tabun-loshadey-4549888

Автор: Ксения Калинина
Читайте нас