Мәләүез район-ара прокуратураһы коррупцияға ҡаршы көрәш тураһында ҡануниәттең үтәлешен тикшерҙе.
Тәфтишселәр асыҡлауынса, 2020-2024 йылдарҙа Мәләүез районы хакимиәте башлығының элекке урынбаҫары ҡатыны һәм ҡәйнәһе менән бергә дөйөм суммаһы 44 миллион һумдан ашыуға Өфөлә һәм Мәләүездә 13 фатир, шулай уҡ «Лексус» һәм «Киа К3» сит ил автомобилдәрен һатып алған. Аҡсаның законлылығы дәлилләнмәгән, тип хәбәр итә прокуратураның матбуғат хеҙмәте.
Ведомство мөлкәтте дәүләткә ҡайтарыу өсөн судҡа дәғүә ғаризаһы биргән. Бөтә фатирҙарға һәм автомобилдәргә бер кем дә файҙалана йәки һата алмаһын өсөн арест һалынған.
Бынан тыш, район башлығының элекке урынбаҫарына ҡаршы ҙур күләмдә ришүәт алыуҙа аралашсы булған өсөн енәйәт эше ҡуҙғатылған.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.