

Суд, Ишембай район-ара прокуратураһының позицияһын иҫәпкә алып, «Межрайкоммунводоканал» муниципаль унитар предприятиеһы директорын 2026 йылдың 26 ғинуарына тиклем һаҡ аҫтына алыу сараһын һайланы, тип хәбәр иттеләр республика күҙәтеү ведомствоһының матбуғат хеҙмәтенән.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, уның муниципаль предприятиеның аҡсаһын урлауҙа ҡатнашлығы булыуы асыҡланған — 3,5 миллион һум. Тәфтиш комитеты «айырыуса ҙур күләмдә мутлашыу» һәм «хеҙмәт ялғаны» статьялары буйынса енәйәт эшен ҡуҙғатҡан.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.