

Өфөнөң Ленин районы суды Башҡортостан премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаевҡа хөкөм ҡарары сығарҙы. Республика прокуратураһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, суд ҡарары менән ул ғәйепле тип танылған, ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында ултырыу шарты менән 13 йылға иркенән мәхрүм ителгән, 561 миллион 257 мең 76 һум 70 тин штраф һалынған. Ғәйепләнеүсегә 12 йыл дәүләт хеҙмәтендә эшләү тыйыла. Марзаев маҡтаулы исемдәренән һәм наградаларынан мәхрүм ителгән.
Башҡортостан судтарының берләшкән матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, йорт, бина һәм ер участкаһы рәүешендәге мөлкәт, шулай уҡ ришүәт күләменә тап килгән аҡсалата сумма — 37 миллион һум конфискацияланған һәм дәүләт милкенә әйләндерелгән.
Ғәйепләнеүсе Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары вазифаһында эшләгән ваҡытта аралашсы аша «Дортрансстрой» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте файҙаһына юл хужалығы өлкәһендәге эштәрҙе ваҡытында башҡарыуға контракттар төҙөргә булышлыҡ иткән өсөн 37 миллион һум ришүәт алған.
Ғәйепләнеүсе ғәйебен танымаған. Хөкөм ҡарары әлегә законлы көсөнә инмәгән.
Бынан алдараҡ Алан Марзаев һуңғы һүҙ менән сығыш яһаны. Ул адвокаттарына эшләгән эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе, шулай уҡ «үҙенең исемен аҡларға һәм ғәйепләүселәрен төрмәгә ултыртырға» вәғәҙә бирҙе.
https://www.bashinform.ru/news/law/2025-11-21/v-ufe-alanu-marzaevu-vynesli-prigovor-4476462
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.