Стәрлетамаҡ районында пневматик пистолеттан атыу һөҙөмтәһендә баланың күҙе йәрәхәтләнгән. Әлеге ваҡытта тәфтишселәр ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай.
«Башинформ» агентлығы хәбәр итеүенсә, балаға бергә уйнаған дуҫы пневматик пистолеттан ата һәм күҙенә тейә. Малай ауыр йәрәхәттәр ала һәм дауаханаға эләгә. Әле ул Өфө дауаханаһында стационар ярҙам ала.
Стәрлетамаҡ район-ара тәфтиш бүлеге процессуаль тикшереү башлаған. Ваҡиғаның бөтә шарттарына ла тейешле хоҡуҡи баһа биреләсәк, тейешле процессуаль ҡарар ҡабул ителәсәк, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса тәфтиш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.