

Ирәмәл тауында юғалған 43 йәшлек турист табылған. Полина Захарова иҫән. Был хаҡта «Башинформ»ға республика Экология министрлығының матбуғат секретары Ренара Ғәзина хәбәр итте.
Әлеге ваҡытта уны Белорет районының Иһәнәк тауы тирәһендә табыуҙары билдәле. Кисә уның эҙҙәре табылған, ә бөгөн ҡотҡарыусылар туристың үҙен дә тапҡан.
Хәҙер Полина Захарованы «Ирәмәл» тәбиғәт паркы биләмәһендәге Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының йылыныу пунктына алып китеп баралар. Уның хәле тураһында аныҡ ҡына бер нәмә лә әйтелмәй.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Силәбе турисы 18 октябрҙә юғалғайны.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.