Стәрлетамаҡтағы «Авангард» предприятиеһында шартлау ваҡытында зыян күргән биш кеше Өфө дауаханаларында ята. Дүрт пациенттың хәле уртаса ауырлыҡта тип баһалана, береһе ауыр хәлдә. Был хаҡта һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин үҙенең телеграм-каналында хәбәр итте.
«Уларға тейешле медицина ярҙамы күрһәтелә», – тип билдәләне ведомство етәксеһе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, йома кис көнө завод цехтарының береһендә шартлау яңғыраны. Өс ҡатын-ҡыҙҙың ғүмере өҙөлдө, икәүһенең балалары ҡалды, өсөнсөһөнә 23 кенә йәш. Фажиғә сәбәптәре асыҡлана. Әлеге осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Республика прокуратураһы енәйәт эшен тикшереү барышын контролгә алған.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.