Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы заводта шартлау һөҙөмтәһендә өс кеше һәләк булған, улар - ҡатын-ҡыҙҙар. Был хаҡта бөгөн иртән «Башинформ» агентлығы хәбәрсеһенә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һөйләне.
«Кисә ғәҙәттән тыш хәл булған Стәрлетамаҡ «Авангард» заводы шартлатҡыстар менән эш итә. Көслө шартлау һөҙөмтәһендә биналарҙың береһе емерелгән», - тип белдерҙе Радий Хәбиров.
Һәләк булыусылар араһында 2002 йылғы йәш ҡыҙ бар. Ҡатындарҙың ике балаһы ҡалған.
«Компания һәләк булғандар ғаиләләренә кәрәкле ярҙам күрһәтәсәк, компенсация ла түләнәсәк. Һәләк булғандар ғаиләләренең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам», - тине Радий Хәбиров.
Республика Башлығы әйтеүенсә, тағы ла биш зыян күреүсе дауаханаға оҙатылған. Барыһы ла Өфөгә күсереләсәк. Икеһенең хәле ауыр булһа, ҡалғандарының хәле уртаса. Уларҙың ғүмеренә бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс янамай.
«Заводҡа килгәндә, тикшереү эштәре дауам итә. Дрондар һөжүме булыу-булмауы тураһында төрлө фекерҙәр яңғыраны. Юҡ, шартлау булды, әле суд-медицина белгестәре уның сәбәбен тикшерә. Завод ярайһы уҡ иҫке, әммә мөһим дәүләт миссияһын үтәй. Бында ҙур эш башҡарырға кәрәк, заводҡа бинаны тергеҙеү өсөн кәрәкле подрядсыларҙы билдәләргә ярҙам итергә әҙербеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай ҡатмарлы хәлдәр ысынлап та була. Шуға ҡарамаҫтан, завод илебеҙ өсөн ифрат кәрәкле һәм ихтыяжлы продукция етештереүҙе дауам итәсәк», — тине ул.
Башҡортостан Башлығы шулай уҡ ваҡиға урынында төнө буйы ҡотҡарыу эштәре менән шөғөлләнгән, зыян күреүселәрҙе емереклектәр аҫтынан сығарған эшселәргә, ҡотҡарыусыларға рәхмәтен белдерҙе.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә БР Башлығы Радий Хәбиров МАХ ҡушымтаһындағы каналында Стәрлетамаҡта ғәҙәттән тыш хәл булыуы хаҡында хәбәр иткәйне.