4-се ҡаттан ҡыҙын ташлаған 34 йәшлек ир быға тиклем психиатрҙа иҫәптә тормаған һәм быға тиклем үҙен ҡәҙимге тотҡан. Ҡатыны тыныс күңел менән уға кескәй Полинаны ҡалдырып, өлкән улын шифаханаға планлы дауаланыуға алып киткән булған.
Ирҙең ҡанында алкоголь һәм наркотик матдәләр табылмаған. Суд залында төшөрөлгән видеола ул үҙен ҡурҡыныс һәм сәйер тота. Бөгөнгө ултырышта ирҙе ике айға СИЗО-ла ҡалдырыу ҡарар ителде.
Ҡәбәхәт атаһының ҡулынан зыян күргән өс йәшлек сабый әле ауыр хәлдә реанимацияла — уның ғүмере өсөн табиптар көрәшә. Кисә нейрохирургтар ҡыҙға ике сәғәт буйы операция яһаны.