Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.08
+0.24
92.08
+0.36
61.05
-0.01
4+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
9 Октябрь , 15:15

Өфөлә атай кеше 3 йәшлек сабыйын тәҙрәнән ташлаған

Башҡортостан прокуратураһы хәбәр итеүенсә, был хәл Ульяновтар урамында бөгөн иртәнсәк булған.

Башҡортостан прокуратураһы
Фото:Башҡортостан прокуратураһы

Бөгөн Өфөлә иртәнге сәғәт 9 тирәһендә психик ауырыу менән яфаланған 34 йәшлек ир дүртенсе ҡаттағы фатирҙан 3 йәшлек ҡыҙын тәҙрәнән ырғытҡан. Сабый ауыр хәлдә дауаханаға оҙатылған.

1991 йылғы ир ваҡиға урынынан полиция бүлегенә килтерелгән. Мәғлүм булыуынса, атай менән ҡыҙ фатирҙа икеһе генә була, әсәһе өлкән бала менән икенсе төбәккә шифаханаға киткән булған.

«Ваҡиға урынына Орджоникидзе районы прокуроры вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Ишмөхәмәтов юлланды. Прокуратура ваҡиғаның сәбәптәрен һәм шарттарын асыҡлай, шулай уҡ ир менән ҡатындың ата-әсә бурысын башҡарыуға ҡарата баһа бирәсәк», — тип хәбәр иттеләр прокуратуранан.

«Башинформ»дың прокуратуралағы сығанағы һөйләүенсә, ир бер нисә йыл элек Базилеевка психик ауырыуҙар дауаханаһында ятҡан булған. Әлеге ваҡытта Өфө вуз-дарының береһендә электрик булып эшләгән.

«Тәфтишселәр барғанда ир яланғас килеш иҙәндә ята ине. Быға тиклем ул фатирҙы сүп-сар менән тултырып, балкондан әйберҙәр ташлай башлаған. Ҡыҙ атаһы артынан эйәреп йөрөгән, күрәһең, шуға ла уның менән шулай эшләгәндер».

Ҡатыны өлкән улдары менән Калининградта дауалана. Ауыр хәлдә ҡыҙ 17-се дауаханаға оҙатылған, уның хәле ауыр, башы йәрәхәтләнгән.

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин баланың хәлен үҙ контроленә алған.

«Ҡыҙҙы ауыр хәлдә 17-се балалар дауаханаһына алып киткәндәр. Әле уға нейрохирургтар ике сәғәт буйы операция яһаны. Табиптар уның ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй», — тип яҙа ул социаль селтәрҙәрҙә.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: