Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.8
+0.19
90.75
+0.44
62.51
+0.52
-11 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
16 Декабрь 2024, 11:33

БРГИ-ның 15 йәшлек уҡыусыһы юғалған

Өфөлә 15 йәшлек Алина Мәһәҙиева 15 декабрҙә өйҙән сығып киткән дә ғәйеп булған. «Башинформ»ға уның яҡындары хәбәр итеүенсә, ҡыҙ туғандарынан Рәми Ғарипов исемендәге Башҡорт республика гимназия-интернатының дөйөм ятағына ҡайтып етмәгән.

— Ул ял көндәрендә Степан Злобин урамында йәшәгән ағаһы янында ҡунаҡта булғандан гимназияның дөйөм ятағына йүнәлгән, ләкин ҡайтып етмәгән. Әле телефоны һүнгән. Ул тыныс холоҡло ҡыҙ. Һәр саҡ бәйләнештә, — ти уҡыусының апаһы Нәфисә.

Ҡыҙҙы «Лиза Алерт» ирекмәндәре лә эҙләй.

Билдәләре: буйы 170 сантиметр, ҡаҡса кәүҙәле.

Оҙон ҡара куртка, ҡолаҡсынлы башлыҡ кейгән.

Юғалған ҡыҙҙың ҡайҙа икәнлеген белгәндәрҙең барыһын да 8-347-284-66-09 йәки 112 телефондары буйынса хәбәр итеүҙәрен һорайҙар.

https://www.bashinform.ru/news/law/2024-12-16/v-ufe-ischut-15-letnyuyu-devochku-propavshuyu-po-doroge-v-shkolu-4053892

Автор: Инсаф Хужабиргәнов
Читайте нас