

Башҡортостан яғыулыҡ-энергетика комплексының сәнәғәт предприятиелары дошмандың өс пилотһыҙ осҡосо һөжүменә дусар булды. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.
«Башҡортостан яғыулыҡ-энергетика комплексының сәнәғәт предприятиеларына дошмандың өс пилотһыҙ осоу аппараты һөжүм итте.
Террорға ҡаршы комиссия һәм оператив штаб сиктәрендә беҙ ошондай һөжүмдәрҙән һаҡланыуҙың ҡатнаш системаһын булдырҙыҡ, уға пассив һаҡланыу, күҙәтеү һәм юҡ итеү ҡоралдары ҡарай.
Беренсе БПЛА предприятиеларҙың береһенә төшкән, оператор бүлмәһендәге тәҙрәләр ватылған. Тағы икәүһе сәнәғәт зонаһына ҡолаған.
Ҡорбандар һәм емереклектәр юҡ. Предприятиелар штат режимында эшләй. Урында тәфтиш төркөмө, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы подразделениелары, оператив хеҙмәттәр эшләй. Хәл контролдә тотола», — тине Радий Хәбиров.
https://www.bashinform.ru/news/law/2024-10-31/predpriyatiya-tek-bashkirii-atakovali-bpla-3991856
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.