Өфөнөң Киров районы суды 18 сентябрҙә мутлашыуҙа ғәйепләнгән ирҙе 2 айға һаҡ аҫтына алыу тураһында ҡарар сығарҙы. Судтың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ул иптәше менән зыян күреүсенең 1 миллион һум аҡсаһын үҙләштерергә теләгән.
«Мутлашыусылар ханымға туғанының Украина ҡораллы көстәренә әсирлеккә төшөүе тураһында ялған мәғлүмәт еткергән һәм уны азат итеү өсөн ярҙам күрһәтергә вәғәҙәләгән», — тип белдерҙеләр судта.
Ҡарар әлегә законлы көсөнә инмәгән.