Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-17 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
9 Август 2024, 16:32

Өфөлә водолаздар йылғала 7 метр тәрәнлектә ирҙең кәүҙәһен тапҡан

Өфөнөң Граждандарҙы яҡлау идаралығы водолаздары кисә Ағиҙел йылғаһында юғалған ирҙең кәүҙәһен тапҡан. Мәйет ярҙан 70 метр алыҫлыҡта һәм 7 метр тәрәнлектә табылған, тип хәбәр иттеләр Граждандарҙы яҡлау идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.

«Башинформ» агентлығы хәбәр итеүенсә, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ир менән ҡатын «Водник» пляжында ял иткән, алкоголле эсемлектәр эскәндәр. Ҡайһылыр мәлдә ир һыу инә башлай, уртаға тиклем йөҙөп бара һәм һыу аҫтына китә.

Автор: Дарья Субботина

https://www.bashinform.ru/news/law/2024-08-09/v-ufe-vodolazy-nashli-v-reke-na-glubine-7-metrov-trup-muzhchiny-3879791

Читайте нас