

Күгәрсен районының Мәҡсүт ауылында 5 фатирлы өй янған. Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, янғын һүндереүселәр һәм ирекмәндәр килеп еткәндә өй ҡыйығын ут ялмап алған. Был эшкә 23 янғын һүндереүсе һәм 7 берәмек техника йәлеп ителгән.
450 квадрат метр майҙанда янғын һүндерелгән. Ҡорбандар юҡ.
Биш фатирҙың өсөһөндә 10 кеше, шул иҫәптән 5 бала йәшәгән. Хәҙер район хакимиәте янғындан ҡазаланған кешеләргә ярҙам күрһәтеү мәсьәләһен ҡарай. Әлегә уларҙы туғандары үҙҙәренә һыйындырған.
Янғын урынында һынау янғын лабораторияһы эксперты эшләй, янғын сәбәптәре асыҡлана. Бәлки, йәшен атҡандыр тигән фараз да бар.
Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы йәшен ваҡытында йортто нисек һаҡларға кәрәклеген иҫкә төшөрә. Иң ышаныслы ысул — өйгә йәшендән һаҡлау системаһын ҡуйыу. Ул йәшенде «тотоп», разрядты ергә ебәрә, йортҡа бер ниндәй ҙә зыян килтермәй.


© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.