Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.19
+0.14
93.01
+0.5
67.14
+0.25
26+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
21 Май 2024, 13:25

Өфөлә хәбәрһеҙ юғалған үҫмерҙәрҙе эҙләйҙәр

«БашРегионСпас» төркөмө
Фото:«БашРегионСпас» төркөмө

20 майҙа Өфөлә 15 йәшлек Тимур Йомағужин һәм 16 йәшлек Айҙар Хәбибрахманов юғалған. Бер тәүлек инде уларҙың ҡайҙа икәне билдәһеҙ, тип хәбәр итә «Башрегионспас» отряды ирекмәндәре.

Тимурҙың билдәләре: буйы 170 сантиметр, уртаса кәүҙәле, ҡара сәсле, ҡуңыр күҙле. Аҡһыл көрән толстовка, аҡ футболка, ҡара салбар кейгән.

Айҙарҙың билдәләре: буйы 178 сантиметр, уртаса кәүҙәле, һары сәсле, күҙҙәре зәңгәр. Ул ҡара толстовка, аҡ футболка, һоро джинсы кейгән.

Уларҙың ҡайҙа икәнлеген белгәндәрҙең 8(937)3-102-112 йәки 112 телефондары буйынса хәбәр итеүҙәрен һорайҙар.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Өфөлә Дамир Әҙеһәмовты һәм Павел Паличевты эҙләүҙең 52-се көнө тамамланды.

https://www.bashinform.ru/news/law/2024-05-21/v-ufe-ischut-propavshih-bez-vesti-podrostkov-3776263

Автор:Дарья Субботина
Читайте нас: