Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-11 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
26 Март 2024, 16:58

Өфөлә үҫмерҙәр төркөмө осраҡлы үтеп барыусыларға ташлана

видеонан стоп-кадр, телеграм
Фото: видеонан стоп-кадр, телеграм

Өфөлә йәмәғәт урындарында үҫмерҙәр төркөмө үҙҙәренә «күңелле шөғөл»  тапҡан.  Социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итеүҙәренсә, башта улар бәйләнергә сәбәп эҙләй, ә һуңынан таныш булмаған кешеләрҙе туҡмай башлай.

«Планета» сауҙа үҙәгендә, «Ҡунаҡһарай»ҙа... Ҙур компаниялар кешеләргә бәйләнеп, һуғышырға һылтау эҙләп йөрөй. Хөрмәтле ата-әсәләр! Балаларығыҙҙы иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ», — тип яҙған ошо хәлдең шаһиты.

Үҫмерҙәрҙең ҡылығы интернет киңлегендә кире тойғолар уятҡан. «Уларҙың йөҙҙәрен күрһәтегеҙ», «Күңелһеҙ булғас, бокс менән шөғөлләнһендәр», «Мин тиҫтерҙәремдән ҡурҡам», «Был барыһы ла социаль селтәрҙә хайп өсөн, ә аҙаҡ полиция бүлегендә илап, ғәфү үтенеп ултырырҙар әле» тигән комментарийҙар бар.

«Башинформ» ошо хәлгә асыҡлыҡ индереүҙе һорап Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенә мөрәжәғәт итте.

https://www.bashinform.ru/news/law/2024-03-26/v-ufe-podrostki-staey-napadayut-na-sluchaynyh-prohozhih-3701856

Автор: Дарья Субботина
Читайте нас