Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.74
-0.41
91.9
+0.06
62.51
+0.52
-5 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
29 Февраль 2024, 13:43

Республикала 14 йәшлек Эмиль Ғәниев хәбәрһеҙ юғалған

«Учалы ирекмәндәр хәрәкәте» төркөмө, Vk
Фото: «Учалы ирекмәндәр хәрәкәте» төркөмө, Vk

Башҡортостанда 2009 йылғы Эмиль Ғәниев юғалған. Ул 25 февралдә Учалы районының Иҫке Муйнаҡ ауылындағы өйөнән сығып киткән дә ғәйеп булған. Был хаҡта «Учалы ирекмәндәр хәрәкәте» төркөмөндә Анастасия исемле ирекмән ҡыҙ хәбәр итә.

«Ҡалаға киттем, тигән. Башҡа мәғлүмәттәр юҡ. Учалы — Мейәс трассаһында теләһә ҡайһы йүнәлештә ултырып китергә мөмкин. Мейәстә булыуы ихтимал. 5 мартта уға 15 йәш тула», — тип яҙалар социаль селтәрҙә.

Билдәләре: ҡаҡса кәүҙәле, буйы 140 сантиметр, ҡуңырһыу сәсле, ҡуңыр күҙле.

Юғалған көндө ул ҡара-күк төҫтә ҡышҡы куртка, ҡара башлыҡ, ҡара салбар, ҡышҡы кроссовка кейгән булған.

Малайҙың ҡайҙалығы хаҡында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәткә эйә булғандарҙан 8-967-45-94-089 (Анастасия) телефоны буйынса хәбәр итеүҙәрен һорайҙар.

https://www.bashinform.ru/news/law/2024-02-29/v-bashkirii-propal-bez-vesti-14-letniy-emil-ganeev-3661943

Автор: Дарья Субботина
Читайте нас