Өфөлә 11 йәшлек Асҡар Муллағәлләмовты эҙләйҙәр. «БашРегионСпас» төркөмө ирекмәндәре мәғлүмәттәре буйынса, малай 26 февралдә өйҙән сығып киткән һәм ғәйеп булған
Билдәләре: буйы 146 сантиметр, ҡаҡса кәүҙәле, ҡуңыр сәсле, ҡуңыр күҙле.
Ул ҡара куртка, ҡара башлыҡ, ҡара дутыш ите кейгән. Ҡара рюкзак аҫып алған.
Кемдәр уны күргән, 8-937-3-102-112 йәки 112 номерына шылтыратыуҙарын һорайҙар.
Бынан алдараҡ «Башинформ» республикабыҙҙа 15 йәшлек Радмир Сәләхетдиновты эҙләүҙәре хаҡында хәбәр иткәйне.