Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.25
-0.72
89.14
-0.87
62.51
+0.52
22+ °C
Облачно
Хәл-ваҡиғалар
7 Февраля 2024, 10:09

Башҡортостанда көслө ҡар яуыуы көтөлә

Ксения КалининаКсения Калинина
Фото:Ксения Калинина

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, республикала һауа торошоноң үҙгәреүе фаразлана. Көндөҙ көньяҡ райондарҙа көслө ҡар яуыуы, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, боҙлауыҡ, урыны менән буран сығыуы, елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе, юлдарға көрт һалыуы, тайғаҡ булыуы көтөлә.

Һауа температураһы төндә -8, -13°, көндөҙ 0, -5°. Автомобиль юлдарының айырым участкаларында 1-2 саҡрымдан күреү мөмкинлеге кәмей.

Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостанда 9 юл участкаһында хәрәкәттең сикләнеүе тураһында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/law/2024-02-07/na-bashkiriyu-obrushitsya-snegopad-3634027

Автор:Дарья Субботина
Читайте нас