Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-18 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
17 Ғинуар 2024, 17:14

Башҡортостанда күмәк сыуалыштарҙа ҡатнашыусыларҙы енәйәт яуаплылығына тарттыралар

Хоҡуҡ һаҡлау органдары Баймаҡта рөхсәтһеҙ акцияла ҡатнашыусыларға Рәсәй Енәйәт кодексының 212-се статьяһы («Күмәк сыуалыштар») буйынса енәйәт эше ҡуҙғатты. Ошо статья буйынса 15 йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү янай. Был хаҡта «Башинформ»ға Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы рәйесе Рафаил Диваев һөйләне.

«Енәйәт кодексындағы бик етди статья был. Күмәк сыуалыштар илдең милли именлегенә хәүеф менән янай, шуға күрә ошо статья буйынса яза ла етди. Ныҡлап уйларға һәм тормошоғоҙҙо боҙмаҫҡа кәңәш итәм, сөнки бәхәсле мәсьәләләрҙе законлы юл менән хәл итергә мөмкин», - тип билдәләне Рафаил Диваев.

Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 212-се статьяһына ярашлы, ойоштороусылар, сыуалыштарҙа ҡатнашыусылар ҙа енәйәт яуаплылығына тарттырыла. Шулай уҡ күмәк сыуалыштарҙа ҡатнашырға саҡырыу, йәлеп итеү өсөн дә яуаплылыҡ ҡаралған.

https://www.bashinform.ru/news/law/2024-01-17/uchastnikov-massovyh-besporyadkov-v-bashkirii-privlekut-k-ugolovnoy-otvetstvennosti-3607001

Автор: Роман Якимчук
Читайте нас