Шаршамбы, 15 Апрель 2026
|
Өфө
+16 °С
06:43 (UTC+5), 31 Август 2023

Нуғай шоссеһында граната шартлатырға йыйынған ир СИЗО камераһында үҙ-үҙенә ҡул һалған

Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Альмира Давлетбаева

Нуғай шоссеһында граната шартлатырға йыйынған ир СИЗО камераһында үҙ-үҙен үлтергән.

Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт күҙәтеү комиссияһы рәйесе Олег Галин «Башинформ»ға был хәлдең кисә булғанын хәбәр итте. Ҡулға алынған хәрби камерала япа-яңғыҙы булған. Әле тәфтиш алды тикшереүе бара.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Илдар Б. 2 августа Өфө янындағы Нуғай шоссеһында яғыулыҡ ҡойоу станцияһы янында граната менән янаны. Нуғайға тиклем хәрәкәт ябылды, ҙур тығын барлыҡҡа килде. Урында махсус хеҙмәттәрҙең хеҙмәткәрҙәре эшләне. Һуңынан ул үҙенең саҡырыуы буйынса ваҡиға урынына килгән Радий Хәбиров менән һөйләшкәндән һуң хоҡуҡ һаҡсыларына бирелде. Шартлатҡысты Рәсәй гвардияһы хеҙмәткәрҙәренә тапшырҙылар. Билдәле булыуынса, ир үҙ белдеге менән хәрби часты ҡалдырған һәм уға ҡарата енәйәт эше асылған булған. Тикшереү барышында уны Өфөгә ҡайтарғандар, ләкин һуңынан ул ҡасҡан.

11 августа Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт күҙәтеү комиссияһы баш ҡаланың тәфтиш изоляторында Илдар янында барҙы. Олег Ғәлин һүҙҙәренсә, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир комиссияға үҙендә онкология булыу-булмауын асыҡлау (кире ҡағыу) өсөн медицина экспертизаһын үткәреү ҙе һорап мөрәжәғәт иткән.

https://www.bashinform.ru/news/law/2023-08-30/grozivshiysya-vzorvat-granatu-na-nagaevskom-shosse-muzhchina-pokonchil-s-soboy-v-kamere-sizo-3412775

 

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Электрон почта
inf@bashinform.ru
Адресы
450077, Уфа, Кирова, 45
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Ҡабул итеү бүлмәһе
(347) 250-05-07
Хеҙмәттәшлек
(347) 250-06-14
Кадрҙар бүлеге
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика