Башҡортостанда 12 июлдән 14-нә тиклем Белорет районында урман янғындарына бәйле ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде. Уҙған аҙнала дүрт муниципаль районда 2000 гектарҙан ашыу майҙанда биш янғын һүндерелде. Хәҙер урман янғындары юҡ. Был хаҡта 17 июлдә Республикаға идара итеү үҙәгендә уҙған оператив кәңәшмәлә Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров хәбәр итте.
«16 июлдә Белорет районында быйылғы иң ҙур урман янғыны һүндерелде. Бының өсөн Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы, Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты, Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы, район хакимиәте, БСК һәм «Газпромтрансгаз Өфө» предприятиеһынан 267 кеше һәм 57 берәмек техника, шулай уҡ ирекмәндәр йәлеп ителде», — тине Фәрит Ғүмәров.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров янғын һүндереүселәргә башҡарған эше өсөн рәхмәт әйтте, шулай уҡ урман янғындарын һүндереүҙә ҡатнашыусыларҙы бүләкләргә ҡушты.
«Барыбыҙ ҙа урмандарҙың яныуы өсөн бик борсолдоҡ, айырыуса Белорет районында. Ведомство етәкселәре, янғын һүндереүселәрҙе, вертолет экипажын һәм башҡаларҙы бүләкләүгә тәҡдим итегеҙ. Янғын хәүефе миҙгеле тамамланғас, айырым бүләкләрбеҙ. Утты һүндереүҙә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт. Беҙҙең өсөн иң мөһиме — ҙур янғындарға һәм уттың ауылдарға барып етеүенә юл ҡуймау», — тине республика етәксеһе.