Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.51
-0.79
98.91
-0.65
87.67
-0.23
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
30 Март 2023, 11:35

Стәрлетамаҡ районында «Форд Мондео» ашығыс ярҙам машинаһы менән бәрелешкән, ҡорбандар бар

Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ
Фото:Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ

Стәрлетамаҡ районында 30 мартта иртән Стәрлетамаҡ-Раевка автомобиль юлының 33-сө саҡрымында «Форд Мондео»  «УАЗ» ашығыс ярҙам автомобиле менән бәрелешкән.  Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, «Форд» водителе алған йәрәхәттәрҙән авария урынында йән биргән. «УАЗ» водителе һәм уның ике пассажирына медицина ярҙам талап ителгән.

Ваҡиға урынында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа махсус хеҙмәттәр эшләй. Фажиғә сәбәптәре асыҡлана.

https://www.bashinform.ru/news/law/2023-03-30/v-bashkirii-stolknulis-ford-mondeo-i-mashina-skoroy-pomoschi-est-zhertvy-3197678

Автор:Альмира Давлетбаева
Читайте нас: