Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.24
+0.64
82.37
+0.91
74.92
+1.12
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
2 Март , 16:17

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы янғын иҫкәрткестәрен 2000 һумға һатҡан мутлашыусылар хаҡында хәбәр итте

Ксения Калинина
Фото:Ксения Калинина

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы үҙҙәрен ведомство белгестәре тип таныштырып, ҡиммәт хаҡҡа янғын иҫкәрткестәрен тәҡдим иткән мутлашыусылар тураһында хәбәр итте. Мәҫәлән, республикала — 2000 һумдан алып.

«Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы түләүле хеҙмәттәр күрһәтмәй. Хеҙмәткәрҙәр янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса приборҙарҙы һатыу өсөн өйҙән-өйгә йөрөмәй. Янғынды иҫкәрткес уртаса 500 һум тора. Уны махсус магазиндарҙа, шулай уҡ билдәле интернет-магазиндарҙа һатып алырға мөмкин. Былтыр ошо ҡоролма 1175 кешенең ғүмерен ҡотҡарған», — тип белдерҙеләр ведомствола.

https://www.bashinform.ru/news/law/2023-03-02/mchs-po-bashkirii-preduprezhdaet-o-moshennikah-prodayuschih-izveschateli-za-2000-rubley-3162810

Читайте нас в